Ер кешеһенең хәстәрһеҙ йәшәгән мәле бармы икән?! Әле баҫыуҙағы игенен йыйып та бөтмәгән килеш киләһе йыл уңышы хаҡында уйлай ул. Һәр эште эҙмә-эҙлекле алып барғанда, ер эшкәртергә техникаң етерлек, төҙөк булғанда ғына, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итергә мөмкин. Был йәһәттән Илеш уңғандарының күңеле тыныс – улар үҙҙәрен ошо ерҙең ысын хужаһы итеп тойғанға күрә бөтә нәмә үҙ урынында. Әйтерһең дә, үҙгәртеп ҡороу осоронда булған дауыл ҡағылмаған уларға. Ферма, ҡураларҙы ботарлап ташламағандар, техника, мал-тыуарҙы ла теләһә кемдең ҡулына тапшырып ҡуймағандар. Тап шуға ла төбәктә бөгөн халыҡ нимә эшләргә белмәй аптырамай: хужалыҡтар ашлыҡ сәсә, ҡура тултырып мал-тыуар үҫтерә, дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашып, ойошманы нығытыуға ярҙам ала.
Район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре, машина-трактор станциялары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашлығында техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү мәсьәләләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең Илештә үтеүе ғәжәп түгел ине. Килһендәр, күрһендәр, бына кемдәр кеүек эшләргә кәрәклеген белһендәр тигән ниәттән ойошторолдо ул. Илештәр ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең һәр тармағында алдынғылар рәтендә бара. Быйыл улар 122,6 мең тонна иген йыйып алған. Фермер Фирҙәүес Ялаловтың “Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның хужалығы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, республикала иң яҡшыларҙан һанала. Ойошмала уңыш бирә торған иген культураларының орлоғо етештерелә, уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә һатып ала.
Бөгөн бында эш ҡайнай. Тырыш Илеш оҫталары маңлай тирҙәрен һөртә-һөртә тағылма техниканы, сәскестәрҙе, культиваторҙарҙы, тырмаларҙы йүнәтә. Ремонт-техника үҙәгендә К-700 тракторҙарын “дауалайҙар” ине. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин йыл һайын ошо рәүешле өс-биш тракторҙың ғүмере оҙонайтылыуы хаҡында бәйән итте.
Кәңәшмәлә илештәрҙең эш тәжрибәһен республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған кешеләр үҙҙәре күрҙе. Районда бөтә нәмә үҙ ваҡытында башҡарыла. Бынан тыш, хеҙмәтләндереү исемлеге лә йылдан-йыл арта: төрлө запас частар, малсылыҡ тармағы өсөн металл конструкциялар эшләнә. “Урожай” ширҡәте, “Үҙәк” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Илеш филиалы, “Илеш”, “ИлешАгроМонтаж”, “РТП” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендәге етештереү базаларының эш өлгөләре менән таныштылар.
Республикала ауыл хужалығы предприятиеларына, МТС-тарға йәмғеһе 800 тракторҙы, 2250 иген йыйыу комбайнын, 520 мал аҙығы йыйыу комбайнын, 3000 йөк машинаһын һәм үҙйөрөшлө техниканы, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын, ҡорамалдарҙы йүнәтеү бурысы тора. Был эште теүәлләү өсөн Хөкүмәт ҡарары менән махсус график, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиеларына, республика МТС-тарына техник күҙәтеү ваҡыты билдәләнгән. Мәҫәлән, тырмаларҙы, тағылма инвентарҙарҙы, кәтүктәрҙе 1 февралгә, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын – 1 мартҡа, тракторҙарҙы – 15 апрелгә, мал аҙығы йыйыу комбайндарын – 15 июнгә, комбайндарҙы 15 июлгә ҡәҙәр әҙерлек һыҙығына ҡуйыу талап ителә.
– Әлбиттә, техниканы сифатлы итеп ремонтлау йәһәтенән йылдан-йыл ҡытлыҡ һиҙелә, – тине Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Павел Иофинов. – Шуға ла һәр хужалыҡта йылытылған биналар һәм эш урындары әҙерләү, тәжрибәле механизаторҙар иҫәбенән махсус звенолар ойоштороу, уларҙы дәртләндереү сараларын күреү мотлаҡ.
Әйткәндәй, республикала 17 районда 23 ремонт предприятиеһы техникаға йән өрә. Был йәһәттән шәхси эшҡыуарлыҡ та үҫешә.
Әлбиттә, ауыл хужалығы сәнәғәтенең техник базаһын нығытыу өсөн дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Беренсенән, “500 ферма” программаһы буйынса алынған яңы техникаға, ҡорамалға киткән сығымдың яртыһы субсидиялана. Икенсенән, дүртенсе йыл рәттән капиталь ремонтта булған иген урыу комбайндарына, сәскестәргә тотонолған аҡсаның ҡырҡ проценты кире ҡайтарыла. Шулай ҙа комбайндар паркын тулыландырыуға һәм яңыртыуға ихтыяж бар әле.
Импортты алмаштырыу йәһәтенән үҙебеҙҙең деталдәрҙе тергеҙеү һәм етештереү буйынса республикала махсуслашҡан предприятиеларҙы үҙләштереү етди әһәмиәткә эйә. Бөгөн сит илдән килтерелгән техникаға 800 төрҙән ашыу запас часть етештерелә. Был исемлек тулылана бара.
Шулай ҙа, Павел Иофинов билдәләүенсә, кәйефте ҡырған миҫалдар ҙа юҡ түгел әле. Республика предприятиелары етештергән деталдәр ғәмәлдә тейешенсә ҡулланылмай, берәүҙәр был хаҡта бөтөнләй белмәй, икенселәр белә тороп та, мәсьәләнең айышына төшөнөргә, өйрәнергә теләмәй, ремонт предприятиеларының маркетинг хеҙмәте насар ойошторолған. Киләсәктә ошо кәмселектәрҙе бөтөрөү зарурлығы тураһында ла билдәләнде кәңәшмәлә.