Бер миллионерға арттыҡ!10.11.2015
Өфөлә йәшәгән бер яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә миллионер булды. Ул дәүләт лотереяһы уйынында ҡатнашып, биш һанды дөрөҫ билдәләгән һәм 18 095 850 һум аҡса отҡан.

Баш ҡалалағы сауҙа ойошмаларының береһендә 2 400 һумлыҡ ставка яһаған ул. Дүрт юлды тултырған, 20 тиражда ҡатнашҡан. Эске һиҙемләүе биш һанды ла дөрөҫ билдәләргә ярҙам иткән.
“Гослото” лотереяһы дәүләт ҡарамағындағылар иҫәбенә инә, шуға күрә килемдән 13 процент һалым алына. Тимәк, әлеге миллионер яҡташыбыҙ ошо йылда аҡсаһын ҡулына алһа, киләһе йылдың 15 июленә тиклем ҡаҙнаға шуның 2 352 461 һумын түләргә тейеш.




Вернуться назад