Йәш урмансыларҙың еңеүе10.11.2015
Ҡара диңгеҙ буйындағы “Орленок” балалар үҙәгендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй мәктәп урмансылыҡтары съезында Башҡортостан вәкилдәре беренсе урынды яуланы.

Федераль урман хужалығы агентлығы ойошторған форумға 44 төбәктән 200-ҙән ашыу уҡытыусы һәм уҡыусы йыйылғайны. Беҙҙән унда Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 1-се мәктәптең “Йәшел урман” ойошмаһы ағзалары, республика йәш экологтар һәм урмансылар слет-конкурсында еңеп сыҡҡан Илүзә Мәхийәнова, Салауат Кәримов һәм Марат Зайцев барҙы. Улар барлыҡ конкурс һынауҙарында лайыҡлы сығыш яһаны, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм экологик экскурсияларҙа әүҙемлек күрһәтте.
Шәхси иҫәп буйынса “Урман патологияһы” номинацияһында Салауат Кәримов менән Марат Зайцев икенсе урынға сыҡты. Маратҡа “Авиалесоохрана” ойошмаһының махсус бүләге лә тапшырылды.



Вернуться назад