“Ут менән шаярма!” — тиһәләр ҙә10.11.2015
Ошо көндәрҙә Иглин районының Таутөмән ауылында янғын сыҡты. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, утты һүндереү барышында ике сабыйҙың кәүҙәһе табылған. Күршеләре әйтеүенсә, 7 йәшлек ҡыҙҙы ауылдаштары ҡотҡарып өлгөргән.
Урындағы халыҡ янғындың көслө булыуын билдәләй. Асыҡланыуынса, әсә сабыйҙарын өйгә бикләп, һыу алырға ғына сыҡҡан. Кескәй малайҙың шырпы менән уйнауы ҙур фажиғәгә килтергән дә инде. Әле хәлде полиция, Тәфтиш идаралығы, янғын лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә.