Ағас киҫһәң, башың китер…10.11.2015
Баш ҡалабыҙҙа ағасты рөхсәтһеҙ киҫеү осраҡтары кәмемәй. Күптән түгел генә Башҡортостандың район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә “йәшел ҡалҡан”ға 1,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелеүен асыҡланы.
Дим районындағы “Еләккәй” баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә 94 ағасты, шул иҫәптән биш имән, 16 ҡарама һәм 42 йүкәне законһыҙ киҫкәндәр. Ошоға бәйле прокуратура тикшереү ойошторған. Һөҙөмтәлә “Ағасты күпләп рөхсәтһеҙ ҡырҡыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.