Батырҙарҙан тыуа ватансылар10.11.2015
Батырҙарҙан тыуа ватансылар Һамарҙағы Куйбышев исемендәге майҙанда 1941 йылдың 7 ноябрендә ошо ҡалала ойошторолған хәрби парадҡа арнап хәтер парады үтте. Тантанаға Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге осошҡа башланғыс әҙерлек мәктәп-интернаты кадеттары, Октябрьский ҡалаһынан бер төркөм уҡыусы һәм студенттар саҡырылғайны. Дөйөм алғанда, парадта Башҡортостан исеменән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уларға сәфәрҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
Өлкә губернаторы Николай Меркушкин, тантананы асып: “Илдәге һәм донъялағы ябай булмаған шарттарҙа хәтер парады айырым әһәмиәткә эйә, ул Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, Европаны милләтселектән ҡотҡарған совет халҡының бөйөк батырлығын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә, һуғыш килтергән ҡорбандар һәм емереклектәр тураһында уйланырға мәжбүр итә”, – тип билдәләне.
Батырҙарҙан тыуа ватансылар“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, быйылғы парадтың үҙенсәлеге – Һамар өлкәһе халҡының майҙандан яҡташтарының, Советтар Союзы һәм Рәсәй геройҙарының фоторәсемдәрен тотоп үтеүе. “Герой полк” тип аталған хәрәкәт СССР-ҙың халыҡ артисы, киң билдәле “Офицерҙар” фильмында уйнаған актер Василий Лановойҙың тәбрикләүе менән башланды. Сарала Волга буйы федераль округындағы барлыҡ төбәктәрҙән, шулай уҡ Воронеж өлкәһенән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан да вәкилдәр ҡатнашты.
Батырҙарҙан тыуа ватансыларКуйбышев майҙаны буйлап йәмғеһе 85 парад расчеты, йәғни 5 меңдән ашыу кеше үтте.
— Ошондай мөһим сарала Башҡортостан исеменән сығыш яһау – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Волга буйы федераль округы колоннаһының башында барыу бурысы тап республикабыҙ вәкилдәренә йөкмәтелгәненә сикһеҙ ҡыуандыҡ һәм ғорурландыҡ, — тине Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге осошҡа башланғыс әҙерлек мәктәп-интернаты кадеты Андрей Романов.


“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин:
– “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙе ҙур маҡсат итеп ҡуйған. “Иҫтәлек һәм ғорурлыҡ – быуындар йөрәгендә” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәштәрҙе, кадеттарҙы һәм уҡыусыларҙы мөмкин тиклем нығыраҡ йәлеп итергә тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә партияның Һамарҙа үткән төбәк башҡарма комитеттары етәкселәре семинарында проект сессияһы ойошторҙоҡ. Унда Краснокама районындағы бүлексә секретары Алексей Горбачев “Район абруйы хаҡына” тигән проект менән таныштырҙы. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса был сара округ төбәктәрендәге иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.


Вернуться назад