Күптән түгел Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы эфирға яңыса сыға башланы. Канал тулыһынса үҙгәрҙе. Был тышҡы биҙәлешкә генә ҡайтып ҡалмай, уның эстәлеге лә үҙгәреш кисерҙе. Былтыр декабрҙән башлап “Юлдаш” телеканалында яңылыҡтар һәр сәғәт һайын бирелә башланы: заман шулай талап итә.
Телеканал етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ күпселек телевизор ҡараусылар билдәләүенсә, үҙгәрештәр менән бер рәттән канал үҙенең даими аудиторияһына ҡәҙерле булғандың барыһын да һаҡлап ҡала алды. Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы элеккесә “үҙебеҙҙең” канал булып ҡала, ул “Салауат Юлаев”тың бер матчын да ҡалдырмай.
Канал — башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән дә төп усаҡтарҙың береһе. Әле башҡорт телендәге тапшырыуҙар 49,7 процент тәшкил итә. Тиҙҙән ул 50 процентҡа етәсәк. “Мин башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуы классикаға әүерелде. Телевизор ҡараусыларға күптән таныш башҡорт телендәге “Белергә кәрәк” тапшырыуы күптәр өсөн асыш булды. Уның урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге ике вариантын да Искәндәр Сәйетбатталов алып бара.
Әлим ФӘЙЕЗОВ.