Баштан уҡ шуны иҫкәртәм: табипҡа күренмәй тороп, үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай. Шулай ҙа ашығыс ярҙам кәрәкһә, ә табипты саҡырыу тиҙ арала мөмкин булмаһа, “өй аптечкаһы”нда ниндәй дарыуҙар ятырға тейеш һуң?
1. Баралгин, темпалгин, пенталгин (баш, эс, быуындар ауыртҡанда). Кеторалак (теш һыҙлаһа). Но-шпа (ашҡаҙан ауыртҡанда, спазмдар булһа).
2. Парацетамол (температураны төшөрөү өсөн).
3. Смекта, активлаштырылған күмер (ағыуланғанда, эс күпкәндә, аҙыҡ эшкәртелмәгәндә).
4. Пантенол, олазоль (бешкәндә).
5. Йод, зелёнка, микробтарҙы үлтереүсе пластырҙар антисептик булараҡ ҡулланыла.
6. Мезим, фестал (ашҡаҙандағы, эсәктәрҙәге аҙыҡты эшкәртеү процесын яйға һалыусы ферменттарҙы булдырыу өсөн).
Антибиотиктарҙы бер ваҡытта ла үҙ белдегең менән ҡабул итергә ярамай. Юғиһә табиптар һуңынан үҙегеҙгә дөрөҫ диагноз ҡуя алмаҫ. Был йәһәттән түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.
lДарыу ҡабул итеүҙең теүәл ваҡытын билдәләү мөһим. Әйтәйек, көнөнә өс тапҡыр эсә торған дарыуҙарҙы 8 сәғәт арауығы менән ҡабул итергә кәрәк. Тик быны тәүлегенә өс тапҡыр эсеү менән бутамағыҙ. Мәҫәлән, иртәнге 7-лә, көндөҙгө 3-тә һәм киске 11-ҙә. Әлеге ҡағиҙәне айырыуса антибиотиктар ҡабул иткәндә иҫтә тотоу мөһим. Антибиотиктар эскәндә әлеге талаптарҙы һаҡламаһаң, организмдағы микробтар үлмәй, киреһенсә, улар дарыуға ҡаршы көрәшә башлай.
lДауалана башлағас, хәлем яҡшырҙы тип, бер ҡасан да дарыу ҡабул итеүҙе үҙ белдегең менән туҡтатмағыҙ! Ныҡлап терелеп бөткөгөҙ килһә, аҡса юҡлыҡты сәбәп итмәгеҙ, онотоп та ҡалдырмағыҙ.
lДарыуҙарҙы һәр ваҡыт һыу менән эсергә күнегегеҙ. “Төймә”не йотоп ебәреү өсөн башҡа төрлө шыйыҡсаны табип махсус ҡушһа ғына ҡулланырға ярай. Дарыуҙы ҡәһүә, сәй, һут, бигерәк тә һөт менән эсеү ҡәтғи тыйыла.
lДарыу төймәләрен сәйнәргә түгел, ә йотоп ебәрергә кәрәк. Юҡҡа ғына дарыуҙарҙың формаһы капсула, борсаҡ, сироп формаһында яһалмаған. Тимәк, кеше организмына ул шулай файҙалыраҡ.
lКәрәге сығыр әле тип срогы сыҡҡан дарыуҙы һаҡламағыҙ! Ҡулланыу ваҡытын даими тикшереп тороғоҙ.