Сабыйҙарға – түләүһеҙ07.11.2015
– Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға дарыуҙар бушлай бирелергә тейеш, тиҙәр. Шул дөрөҫмө ул?
А. ХАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
– Ысынлап та, Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, өс йәшкә тиклемге бөтә сабыйҙарға, ә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән алты йәшкә тиклемгеләргә, барлыҡ дарыуҙар ҙа бушлай бирелергә тейеш. Әммә 2012 йылда граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында федераль закон ғәмәлгә ингәндән һуң, төбәктәр үҙ ҡаҙнаһынан тәьмин ителеүсе ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн дарыуҙар исемлеген үҙаллы раҫлау мөмкинлеген алды. Шуға күрә бушлай препараттар исемлеге ҡыҫҡартылды. Беҙҙең төбәккә ҡағылышлы исемлек менән иһә үҙегеҙҙең участка дауаханаһында, бик булмаһа, Интернет аша танышырға мөмкин.
Әгәр ҙә табип ташлама хаҡында бер ни ҙә белмәгән кеүек ҡыланһа, йә иһә рецепт бланктары “бөткән” икән, һеҙгә мотлаҡ поликлиника етәксеһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ла борсаҡ бешмәһә, страховка компанияһы һәм “Росздравнадзор” идаралығы ярҙамға киләсәк.