Кем ғәйепле?07.11.2015
– Ҡалалағы дарыуханаларҙың береһендә тонометр һатып алғайныҡ. Өйгә ҡайтып, ҡабыҙып ҡараһаҡ, ҡабынмай. Дарыуханаға кире алып барғайныҡ, ҡабул итмәйҙәр. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә?
К. СӘЛИХОВА.
Сибай ҡалаһы.
— Алмаштырырға ярамаған тауарҙар исемлегенә дарыу препараттары, сирҙе иҫкәртеү, дауалау һәм шәхси гигиена әйберҙәре, медицина ҡорамалдары керә. Ғәҙәттә, был исемлек дарыуханала эленеп ҡуйылырға тейеш. Ә бына дарыуҙың йә иһә приборҙың сифатына ҡағылышлы етешһеҙлектәр булһа, ҡулланыусы тауарҙың хаҡын иҫәпләтеп, башҡа маркалыға алмаштырыуҙы йәки аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә ала. Сифаты йәһәтенән етешһеҙлеккә яраҡлылыҡ ваҡытының уҙыуы, маркировкалауҙа дефекттар, препаратты ҡулланыу инструкцияһының булмауы, төҫө, консистенцияһы, үтә күренмәлелеге, формаһы, ҙурлығы, инструкцияға тап килмәүе брак һанала.
Тик шуныһы: һатып алыусы медицина приборын дөрөҫ, бөхтә ҡулланмаһа, етешһеҙлектең сәбәбен экспертиза ғына асыҡлай ала. Тикшереү һатыусы иҫәбенә үткәрелә. Әгәр экспертиза тауарҙың һеҙҙең ғәйеп менән сафтан сығыуын асыҡлаһа, ул дарыуханаға кире ҡабул ителмәй, тикшереү сығымдарын да үҙегеҙгә ҡапларға тура киләсәк. Кире осраҡта иһә дарыухана уны алмаштыра йә иһә аҡсаһын кире ҡайтара.