Ҡала халҡы күптән көткәйне07.11.2015
Белорет районында Магнитогорск яғына йүнәлеүселәргә ҡаланы урап үтеү мөмкинлеге биргән юл асылды. Уның аша йөрөгәндәр тәғәйен еренә тиҙерәк барып етәсәк. Ул башлыса йөк автомобилдәре хәрәкәтен кәметеү өсөн төҙөлдө.

Өфөнән Магнитогорск, Әбйәлил, Учалыға юлланыусылар Ҡаҙыш ауылын үтеү менән уңға борола ала. Ни бары ун минут һәм Белорет ҡалаһы артта тороп ҡала. Яңы юлдан тәүгә үтеүселәр уңайлыҡтарҙы баһалап та өлгөрҙө.
Белорет ҡалаһын ситләтеп уҙған юлдың оҙонлоғо – 21 саҡ­рым. Төҙөүселәр был арауыҡта тиҫтәгә яҡын торба һәм Буғанаҡ йылғаһы аша күпер һалған. Абҙаҡ карьерынан 140 мең тонна таш, шулай уҡ 40 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы ташылған.
Яңы юлдың сафҡа инеүен Белорет халҡы ла күптән көтә ине. Ҡала уртаһынан йөрөгән транзит транспорт, беренсенән, бысраҡ ташыһа, икенсенән, автомобилдәр хәрәкәтендә көсөргә­нешлек тыуҙыра.



Вернуться назад