Рөхсәт юҡ, ә төҙөйҙәр07.11.2015
Республика прокуратураһы ҡала төҙөлөшө ҡануниәтен боҙған компанияларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы.
Асыҡланыуынса, 13 төҙөлөш ойошмаһының биналар һалыуға рөхсәте булмаған. Улар баш ҡалабыҙҙа һәм Өфө районында торлаҡ йорттар, кафе, магазин, хеҙмәтләндереү комплекстары төҙөгән. Прокуратура талабына ярашлы, “Интеграл” менән “Колорит” компанияларына 500 мең һәм 250 мең һум штраф һалынған. Башҡа ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылған.