“Һөйөнсө! Бәпес тыуҙы!”07.11.2015
Башҡортостан быйыл ғинуарҙан сентябргә тиклем тыуған сабыйҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яуланы.

Йәмғеһе 296 453 бала донъяға килгән, шуларҙың 44 040-ы — Башҡортостанда, 42 262-һе — Татарстанда, 30 764-е — Һамар өлкәһендә, 29 953-ө — Түбәнге Новгород өлкәһендә, 29 168-е — Пермь крайында. Республикабыҙҙа тыуым үлем осраҡтарынан 6,9 процентҡа юғарыраҡ. Былтыр ошо уҡ осорҙа был күрһәткес 13,1 процент тәшкил иткән. Округтың ете төбәгендә халыҡ һанының тәбиғи артыуы күҙәтелгән.




Вернуться назад