Тылсымлы ла таш...Бер ваҡыт, Нөгөш буйында уйнап йөрөгәндә, Ишбикә исемле ҡыҙҙы йылан саға. Ул шул тиклем ныҡ шешенә, хатта теле ауыҙына һыймай башлай. Нәсихә өләсәй ҡарап тора ла:
— Ах, был бала үлә бит, — ти. — Йыланың ниндәй төҫтә ине? Боронғоларҙың юрауы буйынса йылан үлмәһә, йыландан сағылған кеше үлергә тейеш була. Өләсәй йыланды арбап саҡырып килтерә. Йылан аласыҡ башына үрмәләп менә лә, шунда, урындыҡта, балаларҙың күҙ алдында бейектән осоп төшөп, эсе ярылып үлә. Ишбикә инәй әле лә иҫән, Ғәлиәкбәр ауылында йәшәй.
Хәйерниса инәй һыу эсеп торғанда, аяғының баш бармағына һыуыҡ һыу тамған һымаҡ була. Баш бармаҡтан алып, һыҙлатып аяғы шешә башлай. Нәсихә өләсәй, шеш юғары күтәрелмәһен тип, тәрбиәләп, инәйҙең аяғын аттың ҡылы менән һығып бәйләп ҡуя. Шеш юғары күтәрелмәй, аяҡтың аҫҡы өлөшө яйлап һулый, кибә башлай. Берҙән-бер көндө Хәйерниса инәйҙең аяғы бөтөнләй өҙөлөп ятып ҡала. Инәй: “Уй, аяҡҡайымды”, — тип һығылып илаған. Уны йәлләп башҡа ҡатындар ҙа илашҡан.
– Һыңар аяҡ менән нисек кенә йәшәне? Ғаиләһе булғандыр бит, балаларын нисек ҡараны? — тип һораным әсәйемдән, был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, аптырап.
— Һуң, Хәйерниса инәй — Йомағол бабайыңдың әсәһе. Ул ағастың эсен соҡоп, аяҡ эшләп бирҙе. Элек ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҙон итәкле күлдәк кейгәнен беләһең бит. Уның аяғы юҡ икәне лә һиҙелмәне, әҙ генә сатанлай торғайны, — тине.
Аптырарлыҡ, ышанмаҫ инең, Хәйерниса инәйҙең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бар, Бөрйән районының Ҡотан ауылында йәшәйҙәр.
Өләсәй тураһында әсәйем һөйләгән тағы бер хәл аптырашта ҡалдыра. Һуғыш ваҡыты була. Бөтөн ир заттары яу яланына китеп бөткән. Кешеләрҙең йөрәгенә ҡурҡыу, шом өҫтәп, ауылдың өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй. Уттың ҡойроғо берсә өҙөлә, берсә ялғана. Йәш балалар үлә башлай. Әсәйемдең Ғәзимә, Зәйнәп исемле һеңлеләре аҙна эсендә бер-бер артлы вафат була. Шул саҡ Нәсихә өләсәй: “Туҡта, Кинйәбикә еңгәнең ҡәберен барып ҡарайым әле, тишек түгелме икән. Иҫән сағында бик алама кеше ине, гел “ашайым” тине лә йөрөнө. Үлгәндә лә ҡаштары йыйырылып ятты. Уның шикелле лә йәмһеҙ мәйетте күргәнем булманы. Беҙ уны ҡаҙаҡлап һалғайныҡ”, — тип һөйләнеп, зыяратҡа китә. Ҡәбер, ысынлап та, тишек булып сыға. Өләсәй өшкөрөп, ыҫлы кейеҙ менән тишекте ҡаплап, ҡаҙаҡ ҡағып ҡуя. Шунан һуң балалар үлеүҙән туҡтай.
Өләсәйемә ғүмерендә күп ҡайғы кисерергә тура килә. Улы Әбдерәхим 1914 йылғы империалистик һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Хәкимәһе фажиғәле һәләк була. Уртансы ҡыҙын, Кәримә инәйҙе, ғаиләһе менән Кемерово тарафына һөргөнгә ебәрәләр. Ғүмер буйы ғәзиз балаһын бер күрергә зар-интизар булып, йөрәге әрнеп йәшәй ул. Оҙаҡ ауырығандан һуң Хәмзә олатай ҙа үлеп ҡала. Эргәһендә оло ҡыҙы, Аҫылбикә өләсәй (әсәйемдең әсәһе), кесе ҡыҙы Нәғимә инәй тороп ҡала. Ауырлыҡтарға бөгөлөп төшмәй өләсәйебеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрен яланғас итмәйем тип, киндерҙән күлдәк-ыштан, хатта итек тә тегеп кейҙерә. Тыуған ауылы Ғәлиәкбәрҙә балаларҙың кендек әбейе, аҡыл эйәһе, ил инәһе Нәсихә өләсәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн Таҡыясусаҡ ҡаялары һымаҡ ғорур ҡалҡан булып торған. Быуындан быуынға тапшырыла килгән халыҡ аҡылын, тәрбиәһен балаларына биреп ҡалдырырға тырышҡан. Өләсәйебеҙ 1945 йылдың май айында яҡты донъя менән хушлашҡан. Әсәйемдең хәтерләүе буйынса, ирҙәр һуғыштан ҡайтып етмәгәнлектән, Күсәпов Ғимран олатай менән 14-15 йәшлек малайҙарҙан башҡа ауылда ҡәбер ҡаҙырға кеше лә булмаған. 14 йәшлек Фатима инәйем менән 12 йәшлек әсәйем, Нәсихә өләсәйҙе үгеҙгә тейәп, зыяратҡа алып киткән. Кәшәленең зыяраты йыраҡ ҡына. “Өләсәйем ике тапҡыр ҡабыҡтан ысҡынып төшөп китә яҙҙы (беҙҙең яҡта кешене ҡабыҡҡа һалып ерләйҙәр). “Өләсәй, беҙҙе ғәфү ит инде”, тип күтәреп һалдыҡ”, — тип хәтерләй әсәйем.
Аҫылбикә өләсәйем Нәсихә өләсәйҙең оло ҡыҙы Аҫылбикә өләсәй ҙә бала сағынан бик отҡор була. Кәшәле ауылы төпкөлдә генә булһа ла, ситтән килеп, Сәйфелмөлөк тигән берәү балалар уҡытып йөрөгән. Нәсихә өләсәй ҡыҙына, уҡырға өйрән, ләкин яҙырға өйрәнмә, тигән шарт ҡуя. Ҡыҙы егеттәргә хат яҙыр тип ҡурҡа. Ул замандарҙа был ғәмәлде әҙәпһеҙлек тип һанағандар. Отҡор кешегә уҡый белгәс, яҙырға өйрәнеүе ҡыйынмы ни! Аҫылбикә өләсәй яҡшы итеп уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнгән. Еткән ҡыҙ ҡорона тулғас, өләсәйҙе һоратырға күп кеше килгән. Хатта оло йәштәгеләр ҙә булған. Нәсихә өләсәй: “Ҡыҙым үҙ тиңенә кейәүгә сығасаҡ”, — тигән ҡаты ғына итеп. Өләсәйемде Мәҡсүт ауылы егете ҡурайсы Нәҙершин Ғәбдингә кейәүгә биргәндәр. Ғәбдин олатайҙың ата-әсәһе аслыҡтан үлгән булған. Олатай, ауылында яҡындары ҡалмағас, Кәшәлегә йәшәргә килә. Аҫылбикә өләсәй менән матур итеп тормош ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы ете балалары донъяға килә. Балалары үҙҙәре кеүек эшһөйәр, егәрле булып үҫә. Колхоз эшендә алдынғылыҡты бирмәйҙәр, һал ағыҙалар, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Кәшәле урмандарында әлеге көндә лә Ғәбдин олатайымдың солоҡ ҡарағайҙары күкрәк киреп үҫеп ултыра.
Ләкин был тормошто йәйҙең бер иртәһендә ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә. Ғәбдин олатай хеҙмәт армияһына алына, ә улдары Әбделхаҡ менән Мөхәмәтғәли һуғышҡа китә. Аҫылбикә өләсәй әсәһе һәм итәк тулы балалары менән ҡала. Уға ла тормош үҙенең һынауҙарын әҙерләп ҡуйған икән. Оло улы Әбделхаҡ һуғышта һәләк була. Ике ҡыҙының бер-бер артлы кинәт кенә үлеп ҡалыуы тураһында яҙғайным инде. Ауылда аслыҡ хөкөм һөрә, ашарға икмәк булмай. Ул ваҡытта урман кешене туйындырған тиһәк тә, хата булмаҫ. Төрлө емеш-еләк, әттек, һарына, ҡуян тубығы, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, йыуа, ҡуҙғалаҡ, оҫҡон кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарған. Өләсәйем балалары менән үлән тамырҙары ҡаҙып алырға йөрөгән. Нөгөш аръяғына сығып, күп итеп йүкә ағасының бөрөһөн йыйып, табала ҡыҙҙырып ашағандар. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ил менән бергә был ауырлыҡтарҙы ла күтәргәндәр. Аллаға шөкөр, Ғәбдин олатай хеҙмәт армияһынан ҡайтып төшә, Мөхәмәтғәлиһенә лә ут өйөрмәһенән иҫән-һау ҡотолорға яҙған.
Беҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, үҙебеҙ күптән олатай-өләсәйҙәр булып бөтһәк тә, бала саҡты, оло быуын кешеләрен, иҫке Мәҡсүт ауылын һағынып иҫкә төшөрөп, бала саҡтың татлы мәлдәренә ҡайтып әйләнәбеҙ.
— Эй, апай, өләсәйемдәр тураһында көнө-төнө һөйләһәң дә әҙ булыр, — тип, үҙенең хәтер ептәрен теҙеп алып китте ике туған һылыуым Винера. — Нәсихә өләсәйҙең өс ҡыҙы ла оҙон буйлы, һылыу ине, шулай ҙа холоҡтары менән ҡырҡа айырылып торҙолар. Аҫылбикә өләсәйем уҡымышлы, аҡыллы, һүҙгә бай, оло йөрәкле, изгелекле, кеселекле, йомарт булды. Бөхтә итеп кейенә торғайны. Тәңкәләрен сылтыратып атлап килеүе әле лә күҙ алдымда тора. Бәләкәй генә бүләккә лә шул тиклем шатланыр булды — өйөнә ҡайтҡансы урамда һәр осраған кешегә күрһәтер ине. Өләсәйемдең беҙгә төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләүе лә үҙенә күрә вәғәз булған икән. Ул беҙҙең тәртипле булып үҫеүгә ҙур өлөш индергәнен әле килеп аңлайым.
Өләсәйем аҙ ғына пенсия алһа ла, бер ваҡытта ла бөлөнөп ултырманы, барына ҡәнәғәт булып, шөкөр итеп йәшәне. Ғүмеренең аҙағына тиклем баҡсаһында бал ҡорттары мыжғып торҙо. Улар айырһа, бер ниндәй күҙлекһеҙ күсте моҙғаға һалып алыр ине. Өләсәйемде ҡорттар әллә саҡмаймы икән, тип күҙҙәремде сырт йомоп, аптырап торор инем. Балы менән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, күрше-күләнен һыйланы.
Өләсәйем йәшәгән Мәҡсүт ауылы миңә донъялағы иң матур, иң ҡәҙерле урын булып тойола торғайны. Мәҡсүткә барһам, бала ғына булһам да, өләсәйем бөтөн туғандарымды йыйып, миңә ҡунаҡ күрһәтер ине. Ул ваҡытта һәр өйҙә – бишәр-һигеҙәр бала. Ҡайтып киткәнсе, өй беренсә йөрөп ҡунаҡ булыр инек. Әллә ни хәтле шуҡлыҡтар эшләһәк тә, ейән-ейәнсәрҙәренә тауыш күтәреп, асыуланып ултырғанын хәтерләмәйем. Уны балалар Аҫыл өләсәй тип йөрөтә торғайны.
Бер тамыр — төрлө яҙмыштар...Нәсихә өләсәйемдең икенсе ҡыҙы, Кәримә инәйем, күп йылдар үткәс, Кемерово өлкәһенән, ҡанаттары ҡайырылған ҡош кеүек, бер үҙе генә ҡайтып төшә. Ире сит ерҙә донъя ҡуйған, яңғыҙ балаһын – Урал ағайҙы шахта баҫып үлтергән. Инәйем ғүмеренең һуңғы көндәрен Мәҡсүт ауылында туғандары араһында үткәрҙе. Бер туған һеңлеһе Нәғимә инәйҙең улы Шакирйән бабайҙың балаларын тәрбиәләп үҫтерергә ярҙам итте. Туғандары араһында йәшәһә лә, уға бик еңелдән булмағандыр: ғәзиздәрен һағынғандыр, апаһының, һеңлеһенең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен күреп, улым иҫән булһа, минең дә ошолай ейән-ейәнсәрҙәрем тулып йөрөр ҙә балаларҙың шат тауыштарына күмелеп ултырыр инем, тип уйлағандыр. Был инәйем ни хәтлем ҡайғы, ауырлыҡ, юғалтыуҙар кисерһә лә, итәғәтлелек, сабырлыҡтың өлгөһө булып хәтеремдә уйылып ҡалған.
Нәсихә өләсәйемдең кесе ҡыҙы, Нәғимә инәйем, уҡымышлы, ғорур тәбиғәтле, көслө рухлы, тура һүҙле, ҡунаҡсыл, һылыу ине. Булмышы менән — хакимә, ләкин бик ғәҙел, намыҫлы булды. Аш-һыу оҫтаһы, Мәҡсүт ауылында күп балаларҙың кендек инәһе лә — ул. Халыҡ йырҙарын оҫта, аһәңле итеп башҡарыуҙа уға тиңләшеүсе булмағандыр. Экспедицияға килгән ғалимдар, студенттар инәйемдән Нәсихә өләсәйемдән отоп алған йырҙарын, әкиәттәрен яҙып алғандарын беләм.
“Һинең менән аралашҡан кеше һәйбәт булһа, һин унан да һәйбәтерәк бул. Таш менән атһалар ҙа, аш менән ат. Башыңды юғары тот, алға эйелмә, кәүҙәңде тура тотоп атла. Хәбәр һөйләгәндә күҙеңде йәшермә, кешенең күҙенә тура ҡарап һөйлә. Бер ваҡытта ла һүҙеңдән алда күҙеңдән йәшең сыҡмаһын. Бахыр булма, батыр бул, кешенән өлөшөңдө ашатып йөрөмә”, — тип өйрәтер ине өләсәйҙәр.
Ҡайһы саҡта беҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, ыҙғышып китһәк: “Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан артыҡ. Кеше көлдөрөп ыҙғышып йөрөмәгеҙ, татыу булығыҙ. Тамыры ныҡ ағасты ел дә ауҙара алмай”, — тип шелтәләп алырҙар ине. Алтын һүҙҙәр. Мин уларҙың төрлө хәл-ваҡиғанан миҫалдар килтереп, нимә эшләргә ярай йәки ярамай тип аңлатырға тырышыуҙарын, өгөт-нәсихәтен “өләсәйҙәр дәресе” тип атайым.
Өләсәйҙәр — быуындан быуынға халыҡ хәтерен тапшырыусы, ағай-энеләр араһында туғанлыҡ ептәрен нығытыусы, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүсе ағинәйҙәр. Улар — ил ҡото, донъя тотҡаһы. “Ғаилә ныҡлығы — ил байлығы”, — тигән боронғолар. Ғаиләләрҙең татыу, ныҡлы булыуында ла, балаларҙың кешелекле, кеселекле, ололоҡло булып үҫеүендә, иң беренсе донъяуи белемдәрҙе үҙләштереүендә лә өләсәйҙәрҙең урыны һәр саҡ ҙур булған. Бәлки, шуғалыр ҙа элек беҙҙең халыҡта ерле юҡтан айырылышыу, ғаилә тарҡалыу, балаларҙы етем итеү күренештәре күҙәтелмәгән.
(Аҙағы. Башы 38 - 39 һанда).Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Учалы районы,
Ҡәйепҡол ауылы.