Түләү кәмей, тиҙәр ҙә ул…07.11.2015
Киләһе йыл коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҫеше быйылғыға ҡарағанда ике тапҡырға түбәнерәк булмаҡсы.

2016 йылда был өлкәләге түләүҙәрҙең дөйөм күләме уртаса 4 процентҡа артасаҡ. Быйыл иһә тарифтар үҫеше 8,3 процент тәшкил итте.
Рәсәйҙең төҙөлөш министры Михаил Мень белдереүенсә, ике йыл элек министрлыҡтың башланғысы менән Рәсәйҙең һәр төбәгендә коммуналь хеҙмәттәр хаҡының үҫеш индексын сикләгән закон ҡабул ителгәйне. Киләһе йыл ярайһы уҡ күләмле сикләүҙәр билдәләргә ҡарар ителде. Ведомство башлығы әйтеүенсә, яңы хеҙмәт барлыҡҡа килгән осраҡта урындағы парламенттың ҡарары менән генә был күрһәткестең үҙгәртелеүе ихтимал.


Вернуться назад