Һорауҙарығыҙ булһа...07.11.2015
11 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән республика Башлығының Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы Артем Вәлиев граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Республиканың башҡа ҡалалары, ауылдары халҡы өсөн яҙылыу телефоны: 8 (347) 280-81-06.


Вернуться назад