Хәйриәлек: ысынмы, һылтаумы?07.11.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Николай Никитинға республикалағы хәйриә фондтарының эшмәкәрлегенә анализ яһарға ҡушты. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Николай Никитинға республикалағы хәйриә фондтарының эшмәкәрлегенә анализ яһарға ҡушты.

— Һуңғы ваҡытта бындай ойошмаларға ялыуҙар бик күп килә. Уларҙың эшенә норматив йәһәттән регламент юҡ, ғәмәлдәре “Башҡортостан Республикаһында хәйриә эшмәкәр­легенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закон талаптарына яуап бирмәй. Күптәр хәйриәне үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Бындай күренештәргә юл ҡуйырға ярамай, — тине Константин Толкачев. – Зарурлыҡ тыуһа, ҡануниәткә үҙгәреш һәм төҙәтмәләр индереп, санкциялар билдәләйәсәкбеҙ. Ялған хәйриә ойошма­ларына йоғонто яһау сараларын ҡулланасаҡбыҙ. Эшкә прокуратураны ла йәлеп итеүебеҙ ихтимал.




Вернуться назад