Башҡортостанда “Һәр ғаиләлә ватансылыҡ. Минең шәжәрәм” Интернет-конкурсы иғлан ителде. Уны республика Башлығы ярҙамы менән “Мин – Патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә. Бәйгелә мәғариф учреждениелары уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, шулай уҡ теләге булған һәр кеше ҡатнашып, үҙ ғаиләһенең тарихы менән уртаҡлаша ала. Ғаризалар быйыл 10 декабргә тиклем
[email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Уларға “Конкурсҡа” тигән билдә ҡуйыу шарт. Еңеүселәрҙең иң яҡшы эштәре айырым брошюра рәүешендә нәшер ителеп, “Мин – Патриот” ойошмаһының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ. Иң әүҙемдәрҙе махсус бүләктәр көтә.