Иғтибар! Кеше юғалды!29.02.2012
Иғтибар! Кеше юғалды!Йосопов Мәҡсүт Бәғҙән улы 1960 йылдың 30 майында Мәсетле районының Яуыш ауылында тыуған, ошо ауылдың Әй урамындағы 26-сы йортта теркәлгән, Мәсетле районында газ буйынса слесарь булып эшләгән. Уны һуңғы тапҡыр былтыр 3 ноябрҙә киске сәғәт 11 тирәһендә туғандарынан ҡайтып килешләй күргәндәр. Әлеге мәлдә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Билдәләре: 50 – 55 йәштәрҙә, буйы — 165 – 170 см, мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле, түңәрәк йөҙлө, ҡуңыр күҙле, дуғаланып торған ҡуйы ҡашлы, нәҙек иренле.
Айырым билдәләре: өҫкө дүрт теше — коронка, уң ҡулында көмөш балдаҡ бар.
Ҡара фуфайка, ҡара ҡолаҡсын бүрек, зәңгәр шаҡмаҡлы кизе-мамыҡ күлдәк, ҡараһыу көл төҫөндәге салбар, ҡара кизе-мамыҡ ойоҡбаш, 42 – 43 үлсәмле ҡара резина итек кейгән. Үҙе менән кеҫә телефоны, һары төҫтәге ҙур фонарь алған.
Уның ҡайҙа булыуын белгән кешеләрҙең Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетына хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ.
Мәсетле районы: 8(347 70) 2-04-73; 2-04-80
Кеҫә телефоны: 8-917-775-25-25
Өй телефоны: 8 (347 70) 2-36-49; 2-36-41.


Вернуться назад