Айыуҙы атырға ярамай, ә “чупакабра”ны мөмкинме?07.11.2015
Айыуҙы атырға ярамай,  ә “чупакабра”ны мөмкинме? Элегерәк һунарсылар айыуға һунарға сыҡһа, бөгөн тайыштабандар үҙҙәре ауыл малына һөжүм итә. Заман үҙгәрҙеме, әллә тәбиғәтме — әйтеүе ҡыйын.


Аҙна һайын ауылға ҡайтҡанда яҡташтарым ҡайһыһының һыйырын айыу һуҡҡанын әйтеп тора, әммә яҙҙан алып хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Хәйер, йыртҡыс та өйрәнеп алған, күрәһең, хатта яҡын уҡ килеп һәүкәштәрҙе аулай, тиҙәр. Бер төн ҡайтманымы мал — уның имен түгеллеге көн кеүек асыҡ.
Быйыл урманда балан уңыуға ҡарамаҫтан, инәйҙәр уны йыйыуҙан баш тартҡан, әлеге лә шул тайыштабандан хәүефләнеп. Әсе емеште ашап иҫергән йыртҡыс ҡорбан эҙләй, тиҙәр. Һөҙөмтә — күҙ алдында. Шуныһы аптырашта ҡалдыра: ауыл халҡының шәхси малына айыу тейеүен барыһы ла белеп тора, тик сара күреүсе юҡ. Ун дүрт йәшендә айыу алған Салауат кеүектәр бөгөн арабыҙҙа ҡалмаған, күрәһең. Булыр ине лә, ҡанундар ҡамасаулай шул.
Сәғит ағай (исем-шәрифен атамауын үтенде) һунарсылар тоҡомонан булғас, уңайы төшкәндә яурынына ҡушкөбәген аҫып, урман ҡыҙырып ала. Ҡуянын, төлкөһөн, хатта бүрене лә эләктергәне бар. Ауылдарға айыу һөжүм иткәнен белә ул, аусылыҡ ҡомары уянып, сәмләнеп тә ҡуя, тик уфтаныуҙан башҡа сара юҡ шул. Айыуҙы атыр өсөн рөхсәт ҡағыҙы алыуға үҙ кеҫәңдән 38 мең һумыңды сығарып һалырға кәрәк. Уны күреп, ҡурҡытыу өсөн һауаға бер-ике шартлатып алһаң да, ғәйепле тип иҫәпләнәһең һәм штраф түләргә тейешһең. Ә инде мылтығыңа рөхсәт ҡағыҙы булмаһа... Хәҙер һунарсылар ойошмаһынан, элекке ваҡыттағы кеүек, күмәкләшеп бүре, айыу ауларға сығыусылар юҡ.
Фәҡәт малға күҙ төбәп йәшәгән ауыл халҡының зыян күреүе күңелде әрнетә. Бер аттың хаҡы — уртаса 50 мең, һыйырҙыҡы 35-40 мең һум тирәһе тороуын иҫәпкә алып, ашау-эсеүгә, балаларҙы кейендереүгә, уҡытыуға тотоноу өсөн күҙалланған күпме аҡсаны һаҡлап ҡалырға булыр ине бер айыуҙы атҡан хәлдә, тип уйлап ҡуяһың.
Күп осраҡта ҡанундарға һылтанып, мөһим проблемаларҙы күрмәҫкә, хәл итмәҫкә өйрәнеп киттек, буғай. Тегеләй эшләргә ярамай, былай итһәк, ғәйепле булабыҙ...
Әммә ауыл халҡының хәлен аңларға кәрәк. Ни өсөн кемдәндер рөхсәт көтөп ятырға, әгәр һинең малыңа һөжүм итһәләр?! Урамдағы берәҙәк эт кемделер тешләһә, “тоғро дуҫтар”ҙы юҡ итеүгә ҡаршы сығып, бар донъяға яр һалалар, әммә берәү ҙә уны үҙ ихатаһына алып ҡайтып тәрбиәләргә теләмәй. Урмандағы йәнлектәр ауыл еренә яҡын килеп, шәхси хужалыҡтарға һөжүм итә башлаһа, уларҙың ҡайһыһы “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәнлеген асыҡларға керешәләр, әллә ҡасанғы заманда йәшәгән кейектәрҙе иҫкә төшөрөп, “чупакабра” тип донъя яңғыраталар. Әммә аныҡ ҡарар ҡабул итеү хаҡында ләм-мим. Әллә айыуҙы “чупакабра” тип атырғамы?






Вернуться назад