Ике көндә әҙерләнә...07.11.2015
Танышым юғалған паспортын яңынан юллауын әсенеп тә, мәрәкә итеп тә әле һаман һөйләй. Түш кеҫәһендә йөрөтөргә кәрәк икәнен белһә лә, уны салбарына тыҡҡан булған, автобусҡа ултырғанда төшөргәнме, насар уйлы берәү һиҙҙермәйенсә тартып сығарғанмы, ҡыҫҡаһы, өйөнә ҡайтҡас, шәхес тураһында таныҡлығын тапмаған. “Ҡабаттан документлы булыу алтынға төштө. Аҡса түләү – бер мәшәҡәт, унан бигерәк тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтан (ярай, һандыҡ төбөндә ятҡан) алып балаларҙың метрикаһына тиклем барыһын да килтереүҙе талап итте белгестәр. Ә күпме ваҡыт көтөргә...” – тине ул.
Ошо көндәрҙә рәсәйҙәр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ билдәле булды. Хәҙер иғтибарһыҙ кешеләргә танышым шикелле ыҙа сигергә тура килмәйәсәк, әммә был документты юғалтһаң да ярай тигәнде аңлатмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы тарафынан раҫланған махсус тәҡдимдә ошо турала аныҡ әйтелгән. Белдереүҙәренсә, уның маҡсаты – кеше мөмкин тиклем аҙ ваҡыт сарыф итһен һәм һәр төрлө мәшәҡәттәрҙән арынһын. Ваҡыт тигәндән, элек документын юллап алыуға ҡарағанда йортто яңынан төҙөү күпкә еңелерәк тигән лаҡап халыҡ араһында киң таралғайны.
Ысынлап та, бөгөн әлеге мәсьәлә күпкә ябайлаштырылды. Паспортлы булыу өсөн миграция хеҙмәтенә килеп ни бары ғариза яҙырға кәрәк, ике көн дә үтмәҫ, ниәтегеҙ тормошҡа ашыр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был быға тиклем нәҡ ошо подразделениела документ алыусыларға ғына ҡағыла. Был мин – Фәләнов Фәлән Фәлән улы, тип иҫбатларға маташмағыҙ, миграция хеҙмәтенең мәғлүмәт үҙәгендә граждандар тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Әгәр ҙә бүтән ерҙә алғанһығыҙ икән, эштең бер айға тиклем һуҙылыуы ихтимал, паспортты юллағансы, шәхесеңде раҫлаған ваҡытлыса ҡағыҙ бирәсәктәр. Тағы ла бер ыңғай яғы – тыуыу тураһында таныҡлыҡ, хәрби билет, никах таныҡлығы һәм башҡа документтарҙы һорамаясаҡтар. Ә бына паспорт биттәренә кәрәкле бүтән яҙмаларҙы теркәү өсөн ғаризағыҙҙа был хаҡта аңлайышлы итеп сағылдырығыҙ: никахта тораһығыҙмы, нисә балағыҙ бар, хәрби хеҙмәттә булдығыҙмы һәм башҡалар. Әлбиттә, белгестәр үҙҙәре тейешле органдарҙан һеҙҙең хаҡта энәһенән-ебенә тиклем бөтәһен дә белешәсәк. Хәйер, дәүләт пошлинаһы бар, ни тиклем ауыр тойолмаһын, 1 500 һумды кеҫәгеҙҙән сығарып түләргә тура киләсәк.
Һалым түләүсенең шәхси номеры юғалған осраҡта һалым инспекцияһына паспортты күрһәтеү ҙә етә. Әлбиттә, яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеү шарт. Шулай уҡ башҡа документтарҙы тергеҙгәндә лә ҡатмарлыҡтарға осрамаясаҡһығыҙ.