Үҫентене хәстәрләгән кеүек06.11.2015
Үҫентене хәстәрләгән кеүек Мәғлүм булыуынса, Исламда эшҡыуарлыҡҡа ҙур урын бирелгән. Пәйғәмбәрҙәрҙең дә күбеһенең йүнселлек менән шөғөлләнгәнен беләбеҙ.

Әл-хәмдү лил-ләһ, замандаш­та­рыбыҙ араһында ла малтабарлыҡты үҙ иткәндәр артҡандан-арта. Әҙәм балалары ошо юл менән ғаиләһен мохтажлыҡта йәшәтмәҫкә ынтыла, ил, төбәк иҡтисадының ныҡлығына ла үҙ өлөшөн индерә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йүнселдәр араһында шәхси мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡандар, еңел-елпе эш алып барып, тиҙ арала бөлгөнлөккә төшкәндәр ҙә осрай. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.
Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәм­бәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны йөкмәү ниндәй ҙур яуаплылыҡ талап иткәнен төшө­нә­һегеҙҙер. Пәйғәмбәр булараҡ, Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек бихисап бурыс йөкмәткән. Бер көндө Сөләймән ғәләйһис-сәләм ныҡ өлкән йәштәге, бөкрәйеп бөткән, әммә ар­ҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, — тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, — тигән. Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөгө аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, — тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә һин уға — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Был хикәйәттең нигеҙендә ҙур хикмәт ята: бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тота белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төр­лөсә һынай. Байлыҡ менән фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй: ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш. Йүнселдәр араһында иһә эшселәренә насар мөнәсәбәт күрһәткәндәр, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәгәндәр бар­лығы хаҡында ишетеп торабыҙ. Был йәһәттән “Алған ҡулдан биргәне хәйерлерәк” тигән һүҙҙәрҙе оноторға ярамайҙыр. Исламда ғәҙеллек, бер-береңә иғтибар һәм ихтирам иң юғары урында тора. Был — мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. “Эшсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни хаҡын хаҡын бир, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. – Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”. Башҡаның өлөшөнә керһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте булмаясаҡ.
Шәхси эш үҫентегә оҡшаш – даими хәстәрлекте, эргә-тирәһендәге мөхит­тең таҙалығын, тыныслығын ярата. Әгәр барыһы ла яҡшы икән, мул уңыш бирәсәк.




Вернуться назад