Быйыл йәй Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин республика халҡының ҡунаҡсыллығына һәм ихласлығына һоҡланып: “Үҙебеҙ өсөн Ҡытай менән Башҡортостан дуҫлығының иң юғары мөмкинлектәрен астыҡ”, — тигәйне. Кисә баш ҡалабыҙҙа башланған Цзянси провинцияһының иҡтисад һәм мәҙәниәт көндәре ана шул мөмкинлектәрҙең сағыу бер өлгөһө һымаҡ булды. Был көндәрҙә баш ҡаланың “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексы Цзянси провинцияһынан бер ҙә ҡайтыш түгел кеүек. Ҡунаҡтар тәҡдим иткән экспонаттар төбәктең тарихын да, иҡтисади мөмкинлектәрен дә, бөгөнгө йәшәйешен дә төҫмөрләргә форсат бирә. Әйткәндәй, рәсми делегация Башҡортостанға бай йөкмәткеле программа менән килгән. Кисә, әйтәйек, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Цзянси провинцияһының губернаторы Лу Синьше менән осрашҡандан һуң төбәк башлыҡтары ҡатнашлығында протокол ултырышы үтте.
— Өфөнө күптән күргем килә ине. Айырыуса уның мөмкинлектәре, халҡы, тарихы ҡыҙыҡһындырҙы. Өмөттәрем аҡланды. Мин бында ябайлыҡтың һәм бөйөклөктөң сикһеҙлегенә инандым. Ресурстарҙы һәм йүнәлештәрҙе иҫәпкә алғанда, беҙ гражданлыҡ авиацияһы, энергетика, ауыл хужалығы, автомобилдәр эшләү кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алабыҙ. Провинцияла “Цзянси баҡыры” предприятиеһы бар. Ул донъялағы иң ҙур 500 компания иҫәбенә инә. Тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын файҙаланыу һәм баҡырҙы тәрән эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Беҙҙә шулай уҡ вертолеттар эшләүсе компания бар. Ул да Башҡортостанға партнер булырға теләй. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, шулай уҡ туризм йүнәлештәрендә лә үҙ-ара бәйләнеш мөмкинлектәре күҙаллана. Минеңсә, был йәһәттән дә араны нығыта алабыҙ, — тине Лу Синьше.
Артабан төбәк етәкселәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ошо уҡ көндө Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Цзянси провинцияһының Туризмды үҫтереү буйынса комиссияһының туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә ҡағылышлы Меморандумы үҙ көсөнә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Волга — Янцзы” проектына ярашлы (2013 йылдан алып унда Волга буйы федераль округы һәм Ҡытайҙың биш провинцияһы ҡатнаша) республика 35 килешеү төҙөнө, шуларҙың 20-һе — Цзянси провинцияһы менән. Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, Рәсәй һәм Ҡытай төбәктәренең хеҙмәттәшлеге был йәһәттән күптәргә өлгө.
— Тәүге аҙым һәр ваҡыт ауыр бирелә. Беҙҙең осраҡта был кәртә күптән үтелгән. Бөгөн иһә мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү күҙ уңында тотола. Бында барыһы ла — бизнес та, коммерция ла, сәнәғәт тә — үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Хеҙмәттәшлек программаһы ҙур һәм ҡатмарлы, ләкин беҙ уны тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.