“Көмөш Аҡбуҙат”ҡа милли холҡоңдо күрһәт!06.11.2015
Былтыр беренсе тапҡыр үткәйне халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале. Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә абруйлы шәхестәрҙе күреп, аралашып ҡалғайныҡ. Башҡортостан Башлығы грантына уҙғарылған был сара республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” киностудияһы, төбәктең Кинематографистар союзы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында ойошторола.

Сит илдәрҙең, Рәсәй төбәктәренең кино сәнғәте оҫталары тәҡдим иткән эштәр быйыл да өс номинация буйынса баһаланасаҡ: тулы метражлы нәфис, ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар.
Төп мәғлүмәти партнер булараҡ сығыш яһаған “Башҡортостан” гәзите кино сәнғәте әҫәрҙәре араһынан үҙ лауреатын билдәләйәсәк. Баҫмабыҙҙы күҙәтеп барығыҙ, быйылғы фестивалгә кемдәрҙең килеүе, ниндәй фильмдар тәҡдим ителеүе хаҡында хәбәр итеп торорбоҙ. 2016 йылдың Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алһаҡ, сара эсенә ниндәй ҙур йөкмәтке һалынғанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Тап милли рухтағы, төбәк тормошон һүрәтләгән әҫәрҙәр генә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләй ала тигән фекерҙе раҫлай алырмы “Көмөш Аҡбуҙат”? Көтәбеҙ!






Вернуться назад