Берҙәмлек — ҡеүәтебеҙ сығанағы06.11.2015
Өфөләге Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
— Был көн тарихыбыҙҙың данлы биттәре, төрлө дин, милләт, ҡатлам кешеләренең ирек һәм бойондороҡһоҙлоҡ, именлек хаҡына Ватаныбыҙҙы азат итеүе хаҡында хәтерләтә. Ул дәүерҙә башҡорттар һәм төбәгебеҙҙәге башҡа халыҡтар Мәскәүҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан. Атай-олатайҙарыбыҙҙың ватансылығы милләт һәм граждандар татыулығын нығытыуға, Тыуған илебеҙҙе тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән бөгөнгө эштәребеҙҙә лә дауам итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Иң ауыр һынауҙарға халҡыбыҙ һәр саҡ ныҡлы берҙәмлеген һәм татыулығын, яуаплылығын һәм илһөйәрлеген ҡаршы ҡуйған. Тап ошо сифаттар илебеҙгә Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығырға ярҙам иткән. Был һыҙаттар яңы тарихыбыҙҙа ла, Ҡырым менән Севастополде Рәсәйгә кире ҡайтарғанда ла асыҡ сағылды.
Йыйылышта ҡатнашыусылар Мысырҙағы авиаһәләкәт ҡорбандарын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Республика Башлығы әйтеүенсә, илебеҙ халҡы ҡайғы уртаҡлашыу, ауыр мәлдәрҙә үҙ-ара ярҙам күрһәтеү йәһәтенән айырылып тора.
— Ватаныбыҙ тарихы мөһим һабаҡтар менән һуғарылған. Ул бөтә өлкәләрҙә милли мәнфәғәттәрҙе ныҡлы яҡлау ғына илебеҙ именлегенең, уның эске тотороҡлолоғон һәм халыҡ-ара позицияларын нығытыуҙың төп шарты булыуы хаҡында хәтерләтә, — тине төбәк Башлығы. — Рәсәйҙең, уның төбәктәренең именлеге яңынан-яңы заман талаптары алдында тупланып, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе берлектә хәл итә алыуыбыҙға бәйле. Бөгөн республика иҡтисадты нығытыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашыра, финанс тотороҡлолоғон һаҡлай, социаль йөкләмәләрҙе үтәй, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Быларҙың барыһы ла илебеҙҙең йылдам үҫешенә булышлыҡ итә.




Вернуться назад