“Башҡортлоҡ – йөҙөмдә генә түгел, күңелемдә лә”06.11.2015
“Башҡортлоҡ – йөҙөмдә генә түгел, күңелемдә лә” Өфөлә йәшәүсе башҡорт ҡыҙы Эльвира Ишморатова яңыраҡ, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Уңыш” конкурсында еңеү яулап, Татьяна Толстая, Олег Газманов, Никас Сафронов менән бер рәттән “Рәсәй дәүләтен нығытҡан өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Интернет аша уны шунда уҡ ҡотланыҡ, тәьҫораттарын белешеп өлгөрҙөк. Мәскәүҙән ҡайтып төшөү менән Эльвира беҙҙең саҡырыу буйынса “Башҡортостан” гәзите редакцияһына интервьюға йүнәлде.
– Эшлекле ҡатын-ҡыҙ ниндәй була? Һин үҙеңде ундай ролдә нисек тояһың?
– Тәү сиратта был – кешелек сифат­тарының береһе. Эшлеклелекте милләт тә, йәш тә, нимә менән шөғөлләнеү ҙә билдә­ләмәй. Әлеге конкурсҡа килгәндә, “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” ойошмаһы Интернет селтәре аша бөтөн илдең ни менәндер шөғөлләнеүсе әүҙем гүзәл зат вәкилдәрен барлаған, баһалаған. Мәскәүгә саҡырыу килгәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ҡатна­шыуға дәғүә итмәгәйнем бит! Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр конкурсҡа үтеү өсөн ғариза яҙған икән. 300-гә яҡын ҡатын араһынан 43-өн, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәре вәкил­дәренән бер мине генә, бүләкләү танта­наһына саҡыр­ғандар.
“Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙ­ҙары” ойошмаһы вице-президенты Наталья Канивец менән “Завидная красавица” халыҡ-ара конкурсы аша танышбыҙ. Ул сарала беренсе урынды яулағайным. Беҙ уның менән аралаша башланыҡ, Натальяға “Evrasia Fashion Day” халыҡ-ара модельер-дизайнерҙар конкурсын үткәрергә йы­йыныуым тураһында ла һөйлә­гәйнем.
– Эльвира, бәлки, был еңеү һеҙ­ҙең һуңғы йылдарҙағы әүҙем эшмәкәр­легегеҙ һөҙөмтәһелер?
– Яңы башланғыстарға этәргес тип ҡабул иттем уны. Дөрөҫ әйттегеҙ, эйе, һуңғы йылдарҙа әүҙемләштем: төрлө проекттарҙа ҡатнаштым, еңеүҙәр яуланым. Төп шөғө­лөмә килгәндә, өйрәнәм һәм башҡаларҙы өйрәтәм. Көнсығыш бейеүҙәре студияһына етәкселек итеүемде, фэшн-проекттар булдырыуымды беләһегеҙ. Ябай ҡатын-ҡыҙға үҙен асырға, матурлығын күрһәтергә ярҙамлашам, тиһәң дә була. Тормош үҙемә лә яңы үрҙәр яуларға мөмкинлек бирә икән, ундай форсатты файҙаланып ҡалырға тырышам.
Әлеге сарала ҡатнашыу ысынлап та илһамландырҙы. Мәскәүҙең Дан музейын­дағы тантанаға ветерандар, Йыһан батыр­ҙары саҡырылғайны. Йыйылғандар араһы­нан ике кешене, шул иҫәптән мине, “Рәсәй дәүләт­се­леген нығытҡан өсөн” миҙалы менән баһаланылар. Бүләкте данлыҡлы космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Виктор Горбатко тапшырҙы.
– Ҡайҙа ғына сығыш яһаһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе башҡорт ҡыҙы тип таныта­һығыҙ. Беҙҙең өсөн – ғорурлыҡ, ә башҡалар быны нисек ҡабул итә?
– Ыңғай. Мин гел милләтемә әһә­миәт бирергә тырышам. Мәҫәлән, “Завидная красавица” тигән халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡанда эске кейем менән сәхнәгә сығыуҙан баш тарттым, халҡым аңламаҫ, тинем. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе урынды яуланым. Йөрәгем һәм күңелем һәр саҡ асыҡ. Һорауҙар биргәндә лә башҡорт­лоғома, ҙур ғаиләлә тәүге бала булғаныма баҫым яһайым. Башҡорт­останды бал иле булараҡ яҡшы беләләр, шуға гел үҙем менән ошо татлы ризыҡты алып йөрөргә тырышам. “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре берекмәһе етәксеһе Зөһрә Исмәғилева сувенир әйберҙәр, матур келәмдәр, орнаментлы биҙәүестәр менән ярҙам итеп тора. Аңлағандары, таяныс бул­ғандары өсөн барыһына ла рәхмәтлемен.
Шулай ҙа күңелде өйкәгән бер нәмә бар: ғәҙәттә, кеше ниндәйҙер әһәмиәтле сарала ҡатнашыр алдынан бағыусылар эҙләй, төрлө ведомство һәм министрлыҡтарҙың ишеген шаҡый, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яр­ҙам ҡулы һуҙыусылар аҙ. Ә бына еңеүгә өлгәшкәндән һуң “Бына, яҡташыбыҙ юғары кимәлдә билдә­ле­лек яуланы!” тип яр һалыусылар күбәйә, һәр ҡайһыһы ошо ҡаҙаныш­тың сәбәпсеһе булып танылырға тырыша. Сәйер күренеш...
– Яҙға беҙҙе Эльвира Ишморатова ойошторған ҙур сара – “Evrasia Fashion Day” халыҡ-ара мо­дельер-дизайнерҙар конкурсы – көтә. Әҙерлек нисек?
– Бик әүҙем бара. Сарала ҡатнашырға теләүселәр артҡандан-арта. Конкурсты ойошторорға быйыл йәй үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары этәрҙе. Халыҡ-ара йыйындарҙан һуң Өфөлә мода проектта­рының булмауы тураһында ныҡ уйландым. Беҙҙең мәҙәниәтте күрһәткән, сағыу орнаменттар менән миллилекте сағыл­дырған модалы әйберҙәр кәрәк икәнлегенә төшөндөм. Белгестәр менән кәңәшләшкәс, тәүәккәлләп тотондом был эшкә. Кейем дизайны менән шөғөлләнеүсе һәр кем ҡатнаша ала конкурста. Әлбиттә, һайлап алыу туры буласаҡ. Башланғыс Хөкүмәт кимәлендә хуплау тапмаһа, ҡыйынға тура килер тип хәүефләнеп тә ҡуям.
– Эшмәкәрлегегеҙгә атай-әсәйе­геҙ, туғандарығыҙ нисек ҡарай? Ҡыҙыҡ­һыныуым осраҡлы түгел, һеҙҙең талапсан ғаиләлә үҫкәнегеҙ­ҙе беләм.
– Дүрт бала үҫтек: өс ҡыҙ ҙа бер малай. Өйҙә башҡортса ғына һөйлә­шәбеҙ. Сәсте киҫергә рөхсәт итмәйҙәр ине. Хәйер, бының өсөн мин хәҙер атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Бала саҡ­та тәрбиәгә өләсәйҙәребеҙ ҙур өлөш индерҙе. Улар менән йырҙар өйрән­дек, шиғырҙар ятланыҡ, бейенек. Хатта һабантуйҙарҙа ла сығыш яһай инем. Ошондай тәрбиә биргәндәре өсөн барлыҡ туғандарыма рәхмәт­лемен. Әлбиттә, һәр ғаиләләге кеүек, аңлашылмаусанлыҡ булды. Шулай ҙа эшмәкәрлегемә улар ҡаршы түгел һәм хатта минең менән ғорурлана­ларҙыр тип уйлайым.
– Эльвира, тиҙҙән “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙы” конкурсында ҡатнашҡан­дарға “Алтын ҡош” йәмәғәт премияһын тапшыра­саҡтар. Бүләкләнеүселәр исем­ле­ген­дә һеҙ ҙә булырһығыҙ тип ыша­набыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
әңгәмәләште.






Вернуться назад