Бигүк ҙур булмаған был ҡая Быҙаулыҡтың Таналыҡҡа ҡойған еренә яҡын Хәйбулла районының Ишмөхәмәт ауылы янында. Шул ауылдың йылҡы малын яратҡан һәм үрсеткән Баһау исемле кешеһенең бер бейәһе бик матур иркәк ҡолон килтерә. Был оҙон тороҡло, текә бәкәлле, бейек янбашлы, ҡарсыға күҙле, уҫал ҡабаҡлы ерән ҡашҡа ҡолондо, мал ҡото булыр тип, уның ҡылыҡтарына, йөрөклөгөнә айырыуса иғтибар итә һынсыл ир. Хатта һоҡланыу, күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн ялы араһына бетеү ҙә тағып ебәрә. Ерән ҡашҡаның, үҫеп еткәс, бик яҡшы өйөр айғыры булырына ышана. Кантон булғандырмы-булмағандырмы, бәлки, ҡушамат исемелер, хужаны Баһау кантон тип тә йөрөткәндәр. Ҡолон, ябағы дәүерен үткәреп, ҡонан, дүнәнгә сыҡҡас, ерән ҡашҡаны ҡыйырһыта башлаған өлкән айғырҙы Баһау кантон тотоп бәйләп ҡуя.Ерән ҡашҡа дәүерендә өйөр ҡалыная. Үҙенә ярҙамсы булырлыҡ иң егәрлеләрҙән ике йәш айғырҙы һайлап ала ла ҡалған булдыҡһыҙыраҡтарын айырып хужаға бирә ул. Өйөрҙәгеләрҙе тыңлаусанлыҡҡа, берҙәм тәртипкә күнектерә. Утлауҙа йөрөгәндә, төркөмдәргә бүленеп, ҡырла аша китергә юл ҡуймай, һыулауға кемуҙарҙан сабышып бармаһындар өсөн билдәле ваҡытта үҙе алдан төшөп бара, юшауҙа (йоҡлағанда) ҡолондарҙы уртаға алып, бейәләрҙе түңәрәк яһатып ҡуя. Ә Ерән ҡашҡа, аңҡаңлап, тирә-яҡты күҙәтә, сит-ятты, эт-ҡошто яҡын да ебәрмәй. Әгәр бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр булмаһа, хужаның талдан үреп түбәлекләгән махсус урынға һалып ҡалдырған һолоно барып ашай ҙа тағы ла өйөрҙө ҡурсалауын дауам итә.
Хужа йылҡыларын барларға килеүен белдереп ишара яһау менән, Ерән ҡашҡа өйөрҙө Күкбесән туғайының иркен төбәгенә өйөрә. Төбәк тулһа, Баһау өйөрҙөң теүәл икәнлегенә ышанып ҡайтып киткән. Үҙенең ышанысын аҡлаған, эйәһенә тоғро хеҙмәт иткән Ерән ҡашҡаға бирергә һолоһо бөтһә, Баһау, бик ныҡ бошоноп:
– Ерән ҡашҡа атҡайым,
Башын сайҡай малҡайым.
Алдарында һолоһо бөтһә,
Һыҙыла йөрәк майҡайым, —
тип йырлай-йырлай ҡайтып китә торған була.
Ҡояшлы матур көҙгө көндәрҙең береһендә, алыҫтағы ике нөктәнең бүреләр икәнен һиҙеп, Ерән ҡашҡа уғата һағая, сабып йөрөп, өйөрҙө бергә туплай. Балаһын өйөрҙән ҡолон алырға өйрәткән инә бүре йылҡыларҙың, бигерәк тә ҡолондарҙың нисек йөрөүен, көтөүсеһе булһа, нисә кеше, ҡоралы ниндәй, эте бармы икәнде күҙәтеп, ышандырыр өсөн ҡырла аша китеп юғалған була ла, ҡуйы селеклек, тубылғылыҡтар араһында йәшеренеп-боһороноп, көнө буйы күҙәтә. Шулай оноттороп, кискә ҡарай балаһын ебәрә. Шыпырт ҡына яҡынлап килгән бала бүрене күреп ҡалыу менән, хәүеф барлығын белдереп, Ерән ҡашҡа сапсып, ажарланып кешнәп ебәрә, шул ыңғайы бейәләр, ҡолондарҙы уртаға алып, түңәрәк яһап тора.
Ярһыу айғыр бала бүренең, ҡуйы тубылғылыҡҡа еткермәй, өҫтөнә ырғый, алғы тояҡтары менән сапсып башын иҙә. Балаһының уңышһыҙ һунарын күҙәтеп ятҡан инә бүре алыҫтағы Мәмбәт сағылына ҡасып ҡотолмаҡсы була. Ерән ҡашҡа ҡыуып етеп килеүен күреп, тиҙ генә Быҙаулыҡ сағылына барып етеп ҡотолмаҡсы була. Шул арала Ерән ҡашҡа, ҡыуып етеп, өҫтөнә ырғыйым тигәндә, бүре менән бергә Быҙаулыҡ ҡаяһынан осоп һәләк була. Шунан бирле был ҡая Айғыр осҡан тип йөрөтөлә.
Был тамашаны бер юлсы алыҫтан оҙаҡ күҙәтә һәм ауылға хәбәр итә. Баһау, ауылдаштары менән барып, айғырҙы ерләй ҙә ҡаяның шыма ташына ғәрәп хәрефтәре менән “Айғыр осҡан” тип, айын, көнөн һәм йылын яҙып ҡуя.
Оҙаҡламай, ҡарт үлгәс, байлыҡ һәм йылҡы әбейе Хәтирәгә ҡала. Хәтирә әбей: “Быҙаулыҡтың ҡомо бөтмәһә, минең байлығым һәм йылҡым бөтмәҫ”, — тиһә лә, алтын урлана, оҙаҡҡа һуҙылған ыҙғыр буранда, сасҡау һыуыҡтарҙа тибендәге йылҡының күбеһе һәләк була, ҡалған үтә ныҡ йонсоғандарын күмәк бүреләр ҡырып китә.
(Был риүәйәт 1976 йылдың майында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында пенсионер уҡытыусы А.М. Ишбулатовтан яҙып алынды).