Башҡорт тел белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы (1975), профессор (1982), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы (1992), Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсинға бөгөн 80 йәш тулыр ине.
Зиннур Ураҡсин 1935 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһенең Түлгән (Төйлөгән) районындағы Мәҡсүт ауылында тыуған. Мәктәп һәм педагогия училищеһын тамамлағас, уҡытыусы, һуңынан район гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. Совет армияһында хеҙмәт итә.
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ҡала. 1968 йылдан шунда өлкән хеҙмәткәр, декабрҙән сектор мөдире була. 1977 йылдан директор урынбаҫары, ә 1988 йылдан директоры итеп тәғәйенләнә. 1992 йылдан гуманитар фәндәрҙең академик-секретаре, 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы вице-президенты.
Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикографияһына, лексикологияһына, социолингвистикаһына, терминологияһына, фразеологияһына арналған. Төрлө типтағы һүҙлектәр төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләй, урыҫса-башҡортса фразеологик һүҙлек (1989), башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге (2000), фразеологизмдар һүҙлеге (2006) һ.б. төҙөй; башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенең ойоштороусыларының һәм мөхәриррҙәренең береһе, башҡортса-урыҫса (1996) һәм урыҫса-башҡортса (2 томда, 2005) һүҙлектәренең яуаплы сәркәтибе һәм төҙөүселәренең береһе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Ғалим йәнә әҙәби әҫәрҙәр ҙә ижад итә. 1976 йылда "Сығанаҡтар" тигән тәүге китабы баҫыла, ә 2003 йылда "Ҡарат", 2008 йылда "Ҡарауанһарай" романдары донъя күрә. Шулай уҡ "Яраларҙы төҙәткәндә..?" повесы, "Әрем әсеһе", "Көрәш" (икеһе лә 2002 йылда башҡорт телендә баҫылған) һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы.
Зиннур Ураҡсин республиканың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 1993-1998 йылдарҙа Башҡорт энциклопедияһының ғилми-редакцион советы рәйесе һәм баш мөхәррире, 1994-2004 йылдарҙа БР Президент советы ағзаһы, 1995-2002 йылдарҙа – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.
Федоровка районының Һәйет урта мәктәбенә уның исеме бирелгән. Ырымбур өлкәһенең Түлгән (Төйлөгән) районындағы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә, шулай уҡ Өфөлә Зиннур Ураҡсин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы урам уның исемен йөрөтә.