Изге күңелле кеше ине29.02.2012
Изге күңелле кеше инеДәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, оло шәхес Әхнәф Мөҙәрис улы Дилмөхәмәтовтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тулды.
Был тыныс холоҡло, тәрән аҡыллы кешенең ғүмере ярһыу, ҡатмарлы, бер үк ваҡытта матур ҙа булды. Әхнәф ағай тормошта бөтә нәмәгә тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы һәм тәбиғәттән бирелгән аҡылы һөҙөмтәһендә өлгәшкән кешеләр иҫәбенән ине.
Әхнәф Дилмөхәмәтов Әлшәй районындағы бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуа. Атаһы фронтта һәләк була. Ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, 10 йәшендә әсәһе вафат була. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға. Әммә тап шунда бәхетен таба: Әҙилә исемле ҡыҙҙы осрата. Дуҫлыҡ ҙур тойғоға әүерелә. Уның менән 46 йыл бергә ғүмер итә, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Халыҡта “Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә — ҡатын” тиҙәр. Әхнәф Мөҙәрис улы ысын мәғәнәһендә ир-уҙаман булды. Балалар йортонда буй еткергән ауыл егете Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә, уны уңышлы тамамлай, артабан КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында белем алып, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен яҡлай, оҙаҡ ваҡыт партия органдарында: КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров райкомында беренсе секретарь, Башҡортостан Өлкә Комитетында бүлек мөдире, секретарь булып эшләй. Ошонда ул сираттағы һынауҙы тота. “Үҙгәрештәр дәүерендә йәшәргә Хоҙай ҡушмаһын”, ти ҡытайҙар. Үҙгәрештәр башлана. Власть системаһы емерелә. Яңы замандар етә, яңы кешеләр килә. Элеккеләре яңы хужаларға яраҡлаша алмай. Әхнәф ағайҙың холҡо ла, тормош принциптары ла тотороҡло булып ҡала. Дәүләт эшмәкәре булараҡ уның бай тәжрибәһенә, оҫталығына ихтыяж юғала.
Шулай ҙа бер нисә йыл ул “Нефтегазстрой” акционерҙар фирмаһын уңышлы етәкләй, Өфөнөң Киров районы буйынса Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе, Өфө энергетика колледжы директоры була. Әммә уны был вазифаларҙан китергә мәжбүр итәләр.
Әхнәф ағай ғүмеренең ауыр минуттарында ла һәр саҡ изге күңелле кеше булып ҡала белде. Кенәселлек, үс тотоу кеүек сифаттар уға ят ине. Барыһын да ғәфү итте. Ул халҡын һөйҙө. Тура һүҙле һәм ғәҙел, итәғәтле шәхес республикалағы фәнни-ижади интеллигенцияның да, күп милләтле йәмәғәтселектең дә ихтирамын һәм абруйын яуланы. Хәтеребеҙҙә ул тап шундай булып ҡалыр.
Кәрим ЯУЫШЕВ,
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад