Йылмайып-көлөп кенә...06.11.2015
Инспектор төндә шәп тиҙлек менән китеп барған машинаны туҡтата. Рулдә сибәр генә ҡыҙ ултыра.
– Һылыу, тиҙлекте саманан тыш арттырғанһығыҙ. Һеҙгә штраф түләргә тура киләсәк.
– Иптәш инспектор, мин беренсе тапҡыр машинала китеп барам, ҡайтып еткәнсе бер кемде лә тапатып ҡуймайым тип ҡабаланам.
***
Шоферҙар курсында ҡыҙыҡай аптырай:
– Хоҙайым, был тиклем дә күп ҡағиҙә булыр икән! Уны боҙор өсөн бер ғүмер генә етмәйҙер ул.
***
– Роберт! Беҙ аҙаштыҡ шикелле, – ти ҡатыны иренә.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Анау торған эт эргәһенән ярты сәғәт элек кенә үтеп киткәйнек.
***
Ике егет машинала сәғәтенә 160 километр тиҙлек менән елдерә.
– Ну, шәп! Ҡоштай осабыҙ ғына! Ҡапыл тәгәрмәс ысҡынып сығып осһа, нимә булыр икән?
– Юҡҡа аптырайһың. Запасы бар ҙа инде. Шуныһын ҡуйып алабыҙ!