Автомәктәпте уйлап һайла06.11.2015
Автомәктәпте уйлап һайла Күптән түгел Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу йәһәтенән закон проекттарын әҙерләү өсөн яңы эш төркөмө булдырылды. Депутаттар юлдарҙың сифаты, хәүеһеҙлек саралары, балалар автокреслоларын файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән автомәктәптәрҙә уҡытыу сифаты тураһында ла фекер алышты. Былтыр Рәсәйҙә автомәктәптәр тураһында яңы закон сыҡты. Уға ярашлы тик сифатлы белем биргәндәре генә артабан эшләү хоҡуғына эйә ине. Тәүҙә, ысынлап та, алдынғылар тейешле документтарҙы әҙерләп, яңынан эш башлағайны. Тик яңыраҡ Дим биҫтәһендә эшләгән бер автомәктәптең яңынан асылыуын белдереүҙән күреп ҡалып, ошо мәктәп, ғөмүмән, уҡытыу сифаты тураһында бәйән итергә булдым.


Ышаныслы автомәктәп һайлағыҙ

Бала саҡтан машина йөрө­төр­гә хыялландым. Әммә атай­ҙыҡы юҡ ине, мотоциклда өйрәт тиһәң, “ҡыҙҙарға килешмәй ул”, ти торғайны. Шуға ла был хыял уйҙа ғына ҡала бирҙе.
Автомәктәптә уҡыу өсөн хаҡ күпкә арта тигән хәбәр сыҡҡас, танытма алып ҡалырға кәрәк ти­гән фекергә килдек. Бынан тыш, көн һайын 60 километр ара­­ны автобуста үтеү теләге рул­гә ултырыу хыялын көндән-көн ны­ғыт­ты ғына. Автобус шығырым тулы, бер аяҡта баҫып тораһың. Уныһы йә боҙола, йә һуңлай. Машина менән иһә ярты сә­ғәт­тән өйҙә булаһың. Йылы, ярат­ҡан музыкаңды тоҡандыра­һың да – алға!
Тап шул ваҡытта ҡулымды һындырҙым. Һыңар ҡул менән дәрескә йөрөй башланым. Был мәктәп Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан ине. Уҡыусылар күп булғас, дәресте ауылда уҡыт­ты­лар. Теорияны Саҙыҡ Муллаба­ев алып барҙы. Шәп уҡы­­тыусы. Уның дәрестәре, әйткән һүҙҙәре хәтергә шундай һеңеп ҡалған. Юлда албырғап ҡалһаң, шунда уҡ уның тауышы ҡолаҡта яңғы­раған һымаҡ. Бы­ның өсөн уға рәхмәтлемен. Әле лә ниндәйҙер икеләнеүҙәргә тап булһам, Саҙыҡ Иҙиәт улының телефон һандарын йыям.
Ә бына практикаға килгәндә, хәлдәр мөшкөл ине. Төркөмдәш­тәрем машина йөрөтөргә өйрәнә башланы, ә мин гипс менән әллә ҡайҙа китә алмайым. Теорияны ятлауҙан үтеп булмай. Ниһайәт, гипсты алдылар һәм практикаға күстек.
Беренсе дәрескә килдем. Инструктор рулгә ултыртты ла педалдәрҙе күрһәтте: сцепление, газ, тормоз.
“Киттек!” Дим биҫтәһе буйлап барабыҙ. Мин руль артында беренсе тапҡыр! Балалар мәктәп­тән ҡайтҡан ваҡыт. Ҡурҡыта.
– Нимә таҡта һымаҡ ҡатҡан­һың. Әйтерһең, беренсе тапҡыр.
– Беренсе шул...
Ошо мәлдән беҙҙең борсаҡ беш­мәне. Элекке прапорщик һал­даттарға бойороҡ биргән һы­маҡ екереүҙән туҡтаманы. Машинанан ҡалтырап сығам да эргә­ләге парктағы эскәмйәлә ултырып илап алам. “Эш былай бар­һа, бер ваҡытта ла йөрөтөргә өйрәнә алмаясаҡмын”, – тип “Өфө-Автопрофи” мәктәбе директоры Хәлим Ғайса улы Әйү­повҡа мөрәжәғәт иттем. Хәлим ағай кәңәш иткән инструктор менән шөғөлләнә башланыҡ. Ул ми­не башлыса ҡала буйлап йө­рөр­гә өйрәтте. Фәғит Ибра­ев­тың дәрестәренән һуң үҙем­дең ин­структорға барып күренге лә килмәй ине, әммә бирелгән ваҡыт­ты тул­ты­рырға кәрәк. Бер аҙнанан барҙым. Үҙемде күпкә оҫтарҙым тип хис итәм.
– Әллә күпме күҙгә күрен­мә­нең, артҡа тәгәрәгәнбеҙ бит... – тип баһа бирҙе инструктор. Шу­лай ҙа алға китеште һиҙмәү мөмкин түгел ине. Тик унан бер тапҡыр ҙа маҡтау һүҙе ишет­мәнем.
Был мәктәпте һайлағаныма ныҡ үкендем. Теорияға дәғүә юҡ, ә бына практикаһы, ай-һай. Тә­ғәйенләнгән ваҡытты инструктор менән йөрөп бөтөрә алма­ныҡ. Уның да, минең дә түҙем­легем етмәне.
Медицина комиссияһын да үҙенсәлекле генә үттек. Мәктәп­кә ике табип килде лә барыбыҙ­ға ла ҡултамға ҡуйып сыҡты. Нарколог менән психологка дауа­ханаға барҙым. Бер-береһе өсөн ҡултамға ҡуйыу хоҡуғы бар икән уларҙа. Табип күтәрелеп тә ҡарамайынса мисәт һуҡты.
– Һеҙ мине ҡараманығыҙ бит?
– Утыҙ йәште үтеп авто­мобилгә ултырырға йөрөгән ханымдың аҡылы теүәл икәненә шигем юҡ. Наркоман һәм алкоголик түгел икәнегеҙҙе әллә ҡайҙан күреп торам.
Уның был һүҙ­ҙәренән һуң минең башта иһә әллә күпме шик яралды...
Имтихандар тапшырыу ауыр­лыҡ тыуҙырманы. Теорияны беренсе тапҡырҙан бирҙем, ав­то­дромға иһә нисә тапҡыр барғанымды әйтеп тормайым: иң мөһиме – танытма минең ҡулда. Иң үкенеслеһе шунда: әгәр һәйбәт мәктәп һайлаған булһам, юлда миңә әллә ни ҡыйын булмаҫ ине. Шуға ла уҡырға барыр алдынан был мәсьәләгә етди ҡарарға кәңәш итәм. Һәйбәт инструктор “сәй­нүк”­тән автоһәүәҫкәр үҫтерәсәк. Ә мин “сәйнүк”тән “самауыр”ға ғына әйләндем. Әгәр юлда минең кеүек әҙерлек үткәндәр күп булһа, Алла һаҡлаһын бит! Әйткәндәй, екеренеүҙән башы сыҡмаған инструкторҙың бер һабағы ғына башта тороп ҡалды: юлдағы хәлдең бер секунд эсендә үҙгәреүе ихтимал. Был ысынлап та шу­лай.

“Сәйнүк” түгел,
“самауыр” мин


Йыл башынан машинаны яңы­раҡ йөрөтә башлаған води­телдәр 300-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе бул­ған. Шуларҙың яртыһы – бәре­леү. Был ваҡиғаларҙа 33 кеше һәләк булған, 395-е төрлө тән йәрәхәт­тәре алған. Әгәр бөтөн автомәк­тәптәрҙә лә уҡыу­сыларға мин уҡығандағыға ише ҡараһалар, был һандарға аптырарлыҡ түгел.
Праваны ҡулға алғас, машинала йөрөргә ҡурҡтым әле. Тик гел шөрләп йөрөп булмай. Сентябрҙә юл-транспорт ваҡиға­һына ла эләктем, күрше һыҙатҡа “морономдо” сығарғайным, бам­перҙы ҡуптарып алдылар. Ми­нең ғәйеп менән. Теге машина текә джип ине. Ҡот осто, тел аңҡауға йәбеште. Ярай әле ир кеше һәйбәт булып сыҡты. Ҡысҡырманы, һүгенмәне. Тыныс ҡына һөйләшеп, бамперымды машинаға тейәп: “Беренсе тап­ҡыр эләктеңме әллә? Беренсеһе гел ҡурҡыныс була ул”, – тип ҡул болғап оҙатып ҡалды. Хатта, бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ, тип яҙыу ҡалдырҙы.
Әлбиттә, нисек кенә уҡытма­һындар, тәжрибә – алыштырғы­һыҙ. Иң мөһиме – ҡурҡмайынса йөрөргә лә йөрөргә. Йөрөгән һайын шымараһың. Икенсенән – ҡабаланмаҫҡа. Ашыҡтыңмы – яңылыштың. Яңылышһаң, ҡау­шай башлайһың, педалдәр бутала. Шул ҡаушау арҡаһында бер нисә тапҡыр үргә менергә торғанда артҡа тәгәрәп, бәрелә яҙҙым. Ир-егеттәр йыш ҡына рулдәге ҡатын-ҡыҙҙы граната тотҡан маймыл менән сағыш­тыра. Шуға ла машинаның артына сағыу билдәләр йә­беште­реп ҡуйҙым: яҡынламайҙар. Бынан тыш, руль артында ҡа­тын-ҡыҙ икәнен күрһәләр, ир-ат үткәрергә тырыша, аңлап ҡабул итә. Хәйер, шундайҙар юлымда йышыраҡ осрай. Тик бер мәл йөк машинаһы водителенә ярай алманым. Икенсел юлдан М-5 трас­саһына ингән мәлдә, “Юл бир” тигән билдә тора. Ми­ңә ҡал­һа, йөк машинаһы алыҫ­та ине, уның алдына килеп сыҡ­тым. Ир ке­ше­гә, бәлки, был ҡылыҡ өсөн бер ни ҙә булмаҫ ине. Йөк маши­наһы тәү­ҙә мине ҡы­уып етте, шу­нан юл һыҙатына ҡы­ҫырыҡ­лай башланы. Туҡтар­ғамы, юҡ­мы?! Йә үләм дә, йә ҡалам тип ҡобара осто. “Һабаҡ” биргәндән һуң, ул үҙ юлында булды. Мин иһә тиҙлекте арттырмай ғына ба­ра бирҙем. Саҡ тынысландым. Ун километрҙан теге машинаны йәнә осраттым: тәгәрмәсе ти­шел­гән ине. Күп өйрәтә башла­һаң, шулай була ул...

Әгәр боҙолһам...


Автомәктәптә инструктор заправкаға алып барманы. Тәүҙә ирем менән йөрөй торғайныҡ. Яңғыҙыма машинаны “ашатыр­ға” кәрәк булды. Килеп туҡта­ным, пистолетты бакка ҡуйҙым. Әммә келәһен эләктерә алмайым. Ир-егеттәр шунда уҡ: “Нин­дәй келә?”– тип һорар. Бар унда бер келәһе, һеҙ иғтибар итмәй­һегеҙ уға. Ярай әле ярҙамға бер егет килде. Тик бензиндың “80-се” икәнен күреп, ай-һай яңылы­шаһыңдыр, тип шик белдерҙе.
Шулай этә-төртә йөрөргә өйрән­дем. Тик бына машинаның капоты аҫтына бер ваҡытта ла башты тығып ҡараған юҡ. Автомәктәптә шуныһын да бер аҙ өйрәтһәләр, ҡалай шәп булыр ине. Юл буйында тәгәрмәсем тишелһә, ярҙам килгәнсе аптырап торасаҡмын.
Бер мәл светофорҙа боро­лор­ға торғайным, машина һүнде лә тоҡанмай. Артта тығын йыйылып китте. “Аварийка”ларҙы то­ҡан­дырып ултырам. Уңайһыҙ. Бөтә­һе лә аптырап ҡарап үтеп китә. Эштән егеттәргә шылтыраттым. “Ун биш минуттан булырбыҙ”, – тинеләр. Көтәм. Ал­дыма бер машина килеп туҡ­таны ла, водите­ле сығып, минең яҡҡа йүнәлде:
– Нимә тығын йыйып тораһың?
– Машина тоҡанмай.
– Сыҡ, ҡарайым. Һыу буйы си­рат һине көтөп тора, ә һин ултыраһың аңшайып.
Машина тоҡанмағас, ҡалай­та­һың инде, белһәм, йүнәтер ҙә китер инем. Ул арала егет әрләй-әрләй машинаны үҙенеке­нә эләк­терҙе лә, туҡталҡаға алып барып ҡуйҙы. Кеҫәнән аҡса алып, рәхмәт әйтә-әйтә ҡулына тоттора башлағайным, тағы ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Мин аҡса өсөн ярҙам итәм­дер шул. Һинеке кеүек “сәй­нүк”­тәр башҡаларға ҡама­сау­ла­маһын тип тырышам. Кем һеҙгә права би­рәлер, – тип машина­һына ырғыны ла юҡ булды.
Шулай, боҙолһам, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған ир-егеттәр ҙә осрай. Әлбиттә, был ваҡиғаға ҡарата фекерен дә, “йылы” һүҙ­ҙәрен дә йәлләмәй, шулай ҙа ярҙам итәләр.

Нисек йөрөргә?


Бер йыл стажым бар. Әгәр автомәктәптән әҙер автоһәүәҫ­кәр булып сыҡҡың килһә, кәм тигәндә ярты йыл ваҡыт кәрәк. Быныһына иманым камил. Әле саҡ үҙемде рулдә тыныс һәм ышаныслы тоям. Тыныс, сөнки элекке һымаҡ педалдәрҙе бутамайым. Ирҙәрҙе ҡурҡыта-ҡурҡы­та артҡа тәгәрәмәйем. Ҡайҙа һәм нисек боролорға кәрәклеген беләм (быға тиклем арттан пи­пелдәтмәһәләр, урындан ҡуҙғал­май инем). Инструктор менән һалынған маршруттан икенсе юлға төшөп китеүе лә хәҙер бер ни тормай! Кәрәк икән, магазинға һуғылам, кәрәк икән, ҡайҙалыр туҡтайым (тәүҙә, ярты йыл самаһы, маршруттан бер метрға ла тайпылмай инем).
Ышаныслы тоям үҙемде, сөн­ки ошо бер йыл эсендә бер тап­ҡыр ҙа штраф килмәне. Тимәк, юл ҡағиҙәһен боҙмайым.
Рулдә иң мөһиме – иғтибар, ихтирам һәм артыҡ шәп ҡыумау. Ундай саҡта машина менән ида­ра итеү һәм эргә-тирәлә­геләрҙең маневрҙарын күҙалла­уы ҡыйын.
Әйткәндәй, юлда мине осрат­һағыҙ, яҡынламауығыҙ хәйер­лерәк!








Хәлим ӘЙҮПОВ,
“Өфө-Автопрофи”
мәктәбе директоры:



– Бөгөнгө талаптарға яуап бирмәгән автомәктәптәр ябылып бөттө. Уҡырға ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Яңы закон ҡабул ителеүгә тиклем уларҙың күбеһе “права кәрәк булыуы ихтимал” тигән ҡарашта ине. Хәҙер иһә рулгә ултырырға теләге булғандар ғына курсант булып китә. Яңы программа ауыр, имтихандар ҡатмарлы, түләү хаҡы ла күпкә артты. Шуға аңлы рәүештә эш итәләр. Статистикаға күҙ һалһаҡ, танытма алған 20 ҡатын-ҡыҙҙың өс-бише генә рулгә ултырһа, 10 егеттең 9-ы машинала йөрөй. Ғөмүмән, рулдәге ҡатын-ҡыҙға водителгә һымаҡ ҡарайым. Юлда бөтәһе лә бер, юл ҡағиҙәләре лә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн айырым яҙылмаған. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам: нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ юлда тәртиплерәк йөрөй, тиҙлекте арттыра һалып бармай.



Водителдәрҙе әҙерләү талаптары үтә­лә­ме? Уҙған йыл ҡабул ителгән Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, уҡытыу һәм имтихан тапшырыу ҡағиҙәләренә үҙгә­рештәр индерелгәйне. Мәҫәлән, быға тиклем буласаҡ водителдәр үҙҙәре юл ҡағиҙәләрен, автомобилдә йөрөргә өйрә­неп, имтихан тапшыра ала ине. Ә хәҙер уларға тик махсус мәктәптәрҙә генә белем алырға рөхсәт ителә. Документҡа барлығы 10 үҙгәреш индерелгән.
Хөкүмәт ҡарары водителдәрҙе әҙерләүҙе һәм имтихан тапшырыуҙы көйләй. Уға ярашлы, бөтә автомәктәптәрҙә лә сығарылыш имтихандарын компьютерҙа ҡабул итергә тейештәр. Имтихандың практик өлөшөнә лә төҙәтмәләр индерелгән. Хәҙер юл киҫелештәрен үткәндә һәм пассажирҙарҙы төшөргәндә яңы ҡағиҙәләр бар.
Курсанттарҙы йөрөргә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән автомобилдәрҙә видеокамералар ҡуйылған. Улар руль артында ултырыусы, инструктор һәм инспектор араһында бәхәс килеп тыумаһын өсөн урынлаштырыла. Шулай уҡ имтихан тапшырыу майҙансыҡтарында күпләп видеокамералар һәм хәрәкәтте билдәләүсе махсус ҡорамалдар ҡуйыла. Улар иһә инспекторҙарға бер бүлмәлә ултырып имтихан ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк, бынан тыш, компьютерҙар хаталарҙы билдәләп барасаҡ.
Былтыр Өфөлә генә 80-дән ашыу автомәктәп булған. Яңы закон үҙ көсөнә ингәс, яртыһы тиерлек талаптарҙы үтәй алмау арҡаһында эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әйткәндәй, үҙгәрештәрҙән һуң автомәктәптәр хаҡтарҙы арттырҙы. Хәҙер водитель танытмаһына уҡыу өсөн кәмендә 22 мең һум талап ителә.


Вернуться назад