Бөгөн иң ҡулайлыһы тип һаналған тимер юл хәрәкәте донъяла беренсе тапҡыр бынан 190 йыл элек, 1825 йылдың 27 сентябрендә, Англияла асыла. Сәғәтенә 26 километр тиҙлектә елдергән “Локомоушн” паровозын Джордж Стефенсон эшләй.Ул шахтер улы була, бала сағында кәзәләр көтә. 18 йәшендә генә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Бер саҡ, ҡыҙыҡһынып, тәүге паровозды һынауҙы күҙәтә. “Мин яҡшыраҡты эшләй алам!” — тип Стефенсон үҙенә ҡәҙәр уйлап табылған ҡаҙаныштарҙы зирәк аҡылы менән камиллаштырырға, берләштерергә керешә.
Әммә йәмәғәтселек ҡорос техникаға шикләнеп ҡарай. Инглиз гәзиттәренең береһе: “Почта каретаһынан ике тапҡыр шәберәк йөрөгән паровоз уйлап табырға вәғәҙә итеү — көлкө һәм ҙур ахмаҡлыҡ”, — тип яҙа. Икенсеһе бөтөнләй ҡотҡо тарата: “Паровоздар һыйырҙарға көтөүлектә йөрөргә, тауыҡтарға йомортҡа һалырға ҡамасаулаясаҡ. Юлға яҡын ауылдар янып юҡҡа сығасаҡ...”
Ниһайәт, бер торбалы бәләкәй паровоз ташкүмер тейәлгән 38 вагонды Дарменгтондан Стоктонға алып килә. Стефенсон паровоздар һәм рельстар етештергән завод аса. Элекке көтөүсе ғүмере аҙағына дворян булып китә.
Беренсе тимер юлдар АҠШ-та — 1830 йылда, Францияла — 1832 йылда, Германияла 1835 йылда асыла. 1837 йылда Рәсәйҙә тәүге Петербург — Павловск — Царское Село тимер юлы эшләй башлай. Башҡортостан биләмәләрендәге беренсе Һамар — Өфө юлының Кинель — Өфө участкаһы 1888 йылда сафҡа инә.