Әкрен барған – етер, шәп йөрөгән – бөтөр06.11.2015
Әкрен барған – етер, шәп йөрөгән – бөтөр Хәҙер рулгә кем генә ултырмай: юғары класлы водитель дә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә, автомобиль мөмкинлектәренә төшөнөп етмәгән тәжрибәһеҙҙәр ҙә.

Ә бит төрлө хәлдең булыуы мөмкин. Юҡҡа ғынамы ни, Рә­сәй­ҙең иҫәрҙәр һәм юлдар бә­лә­һенә тағы ла юлдағы ах­маҡтар өҫтәлде, тимәйҙәр. Бәғзе бер тәкәбберҙәрҙең ҡағиҙәләрҙе ту­паҫ боҙоуы хаҡында әйтеп тора­һы ла түгел. Шуның арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡаза күрә, күпме ғүмер өҙөлә.
Водитель таныҡлығына эйә һәр кем юл хәрәкәте ҡағиҙә­лә­рен ентекләп өйрәнгәндер. Шу­лай ҙа ҡайһы бер кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Улар кем­деңдер һаулығын, ғүмерен һаҡ­лап ҡалыр, күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәхетһеҙ осраҡтарҙан ҡурсалар.
Шулай итеп, рулдәгеләр, һеҙ­ҙең иғтибарға:
- трассала һулға боролор алдынан ҡаршы килгән машинаны үткәрәм тип туҡтап торғанда, рулде кәрәкле йүнәлешкә алдан бормағыҙ, тура тотоғоҙ. Сөнки кем­дер арттан бәрелгәндә, ҡаршы яҡҡа сығып, фажиғәгә тарыуығыҙ ихтимал;
- тәгәрмәс ҡапыл юл ситенә эләкһә, рулде ҡаршы яҡҡа бора һалмағыҙ, уны ныҡ тотоп, аяҡты газдан алмай ғына машинаны ситкә сығарырға тырышығыҙ. Автомобиль тиҙлеген кәметеп, үҙенән-үҙе юлға сығыр. Рулде ҡырҡа юлға борғанда, һеҙҙе кинәт икенсе яҡҡа ырғытыуы мөмкин;
- оҙайлы боролоштоң эске радиусынан килгәндә, үтә иғтибар­лы булырға кәрәк. Тышҡы ра­диус­тан килгән машина тайған хәлдә күп осраҡта ҡаршы яҡ транспортҡа маңлайға-маңлай бәреләсәк;
- юлдың икенсе һыҙатына күс­кәндә, тиҙлекте арттыра төшө­гөҙ;
- “нейтрал”да йөрөргә кәңәш ителмәй, кәрәк булғанда тиҙ­лекте шәбәйтеү мөмкинлеге юғала, тормозға баҫҡанда, та­йып китеп, идараны юғалтырға мөмкин;
- башҡа транспортты уҙырға тура килгәндә, мөмкинлекте са­маларға кәрәк. Ҡаршы яҡҡа сыҡҡас, аҙыраҡ арттараҡ килеп, ғәмәлегеҙгә 100 процентлы ыша­ныс булғанын билдәләгеҙ, өлгөрмәҫегеҙҙе һиҙһәгеҙ, тиҙ арала үҙ юлығыҙға ҡайтығыҙ;
- уҙырға сыҡҡанда тиҙлекте саманан тыш арттырмағыҙ. Күп­тәр колонна тапҡырында артыҡ шәбәйә һәм, өлгөрмәҫен күреп, үҙ юлына ҡайтам тип ҡапыл тормозға баҫып хата яһай, был машинаны ҡаршы яҡҡа ырғы­тасаҡ. Бында тиҙлекте тигеҙ то­тоғоҙ, был күпкә хәүефһеҙерәк;
- ҡаршыға сығып уҙып килгән машинаның өлгөрмәүен һиҙһә­геҙ, шунда уҡ уң “поворотник”ты тоҡандырып, юл ситенә сығырға тырышығыҙ, фаралар менән яҡтыртып сигнал бирмәгеҙ, бәл­ки, кеше тәүгә рулгә ултырған­дыр;
- алда килгән автомобилдәр аҡрынайһа, мөмкинлек булһа ла, һул яҡҡа сығып уҙырға ты­рыш­мағыҙ, бәлки, улар йәйәү­ле­не үткәрәлер. Юҡһа, кемделер бәрҙергәнде һиҙмәй ҙә ҡалыр­һығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кеше ғүмере — иң мөһиме;
- юл ситендә балалар булған­да тиҙлекте кәметегеҙ, уларҙың абайламай йәки шаярып юлға килеп сығыуы ихтимал.
Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: һәр аварияға тиерлек юғары тиҙ­лек сәбәпсе. Юл билдәләрен, ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, саманан тыш шәп ҡыумағыҙ! Әкрен барһаң – етерһең, шәп барһаң – бөтөрһөң, тиҙәр бит. Ә юл хата­ланғанды бер ҡасан да ғәфү итмәй. Йәнә тәгәрмәстәрҙе ҡыш­ҡыларына алмаштырырға онот­мағыҙ. Боҙлауыҡтар башлана ғына бит.




Вернуться назад