Кеше ғүмере ни хаҡ?06.11.2015
Ҡала урамында бер минутҡа ғына туҡталып, тирә-яҡҡа күҙ һалғанығыҙ бармы? Иманым камил, ошо ваҡыт эсендә эргәгеҙҙән йөҙҙән дә кәм машина үтмәйәсәк. Һуңғы йылдарҙа баш ҡала юлдарында пассажирҙар транспорты айырыуса ишәйҙе. Дөрөҫ, был – бер яҡтан, ыңғай күренеш. Ҡасандыр сәғәттәр буйы кәрәкле автобусын көтөп ала алмаған халыҡтың мәсьәләһе хәл ителде, хәҙер ҡала урамдарын бар йәһәттән уңайлы, заманса йыһазландырылған пассажирҙар транспорты иңләй. Тик әлеге лә баяғы миҙалдың ике яҡлылығы — транспорт саралары менән бергә фажиғәләр ҙә артты, юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр күбәйҙе. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл һигеҙ айҙа ғына юл инспекторҙары автобус хужаларына 60 меңдән ашыу протокол төҙөгән, ете меңдән ашыу транспорт сараһының техник етешһеҙлектәре асыҡлынған.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкү­мәте “мар­шрут”­калар һәм автобустар хужаларына ҡағылған штрафтар күләмен арттырыу йәһәтенән Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына тө­ҙәтмәләр ин­дер­ҙе. Яңы талаптарға ярашлы, штрафтар күләмен (төрөнә ҡарап) 20 меңдән 100 меңгәсә арттырыу күҙ уңында тотола.
Үҙгәрештәр тәү сиратта автобустар һәм йөк машиналары ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеүҙе күҙ уңында тота. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, бөгөн административ хоҡуҡ боҙоу өсөн һалынған штрафтар күләме көндө төнгә ялғап аҡса һуҡҡан маршрут хужалары өсөн бер ни түгел. Ҡануниәтте боҙалар, штраф­тарын ваҡы­тын­да түләйҙәр ҙә... артабан йөрөйҙәр. Ә бит нәҡ ҡануниәттең йомшаҡлығы арҡаһында пасса­жирҙарҙы ташыу баҙарында ваҡ-ваҡ фирмалар барлыҡҡа килде лә инде. Уларҙың кү­бе­һенең тейешле базаһы ла, пассажир­ҙар­ҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирә алырҙай квалификациялы белгестәре лә юҡ. Ә “тимер ат”тарының тиҫтә йылдар дауамында “иләне­үе”, күбеһенең техник талаптарға бөтөнләй яуап бирмәүе хаҡында һөйләп тә тораһы түгел. Һөҙөмтәлә күпме юл фажиғәһе теркә­лә... Быйыл мартта “Өфө — Белорет” юлында булған һәләкәтте күптәр хәтерләйҙер әле. Ете кешенең ғүмере өҙөлдө унда... Ә баш ҡала­ның әле был, әле теге урамында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренә өйрәнеп тә киттек, буғай.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа автобустарҙың, айырыуса коммерция нигеҙендә эшләгән автотранспорт һанының бермә-бер артыуы халыҡта төрлө фекер уята. Берәүҙәр миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала транс­порттың күп булыуын хуплаһа, икенселәр коммерция нигеҙендә эшләгән автобустарға, бигерәк тә “ГАЗель” автомашиналарына зар­лана. Әйткәндәй, һуңғыһына килгәндә, зирәк, шуҡ “маршрутка”ларҙы, йәйәүлеләрҙән биге­рәк, шоферҙар өнәп етмәй. Уларҙың күбеһе “ГАЗель” автомашиналары хужаларының юл ҡағиҙәләрен йыш боҙоуын, юлда үҙҙәрен саманан тыш иркен тотоуын, дорфа ҡыланыуын билдәләй. Ҡала урамдарында транспорт һаны артыу менән бергә, улар араһында кө­нәркәшлек нығыраҡ тамыр йәйә. Шофер­ҙарҙың күбеһе халыҡты хеҙмәтләндереүҙе төп бурысы итеп ҡуймай, ә шөғөлөнә аҡса йыйыу сығанағы тип ҡарай. Етмәһә, араларында был кәсепте законһыҙ үҙләштергәндәр ҙә юҡ түгел. Белгестәр билдәләүенсә, тап шундайҙар арҡаһында тейешле рөхсәт ҡа­ғыҙ­ҙары булған ойошмалар килеменең 25 процентын юғалта.
Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгән арала Интернет селтәрендә Яңауыл районында йәшәгән ирҙең эскән килеш бер автобус балалар тейәп футбол ярышынан ҡайтып килешләй инспекторҙарға эләгеүе хаҡында хәбәр таралды. Был нимә – ғәмһеҙлекме, яуапһыҙ­лыҡмы, әллә... Ирекһеҙҙән штрафтарҙы арттырып ҡына кешегә аҡыл ултыртып булырына ла шик тыуа. Кеше ғүмере күпме тора һуң ул?..





Вернуться назад