Һаттың икән – түлә06.11.2015
Машинамды һатырға уйлайым. Һалым түләттерәсәктәрен яҡшы аңлайым, тик быға аҡсам юҡ. Уны түләмәү юлдары бармы икән? Автомобилде ҡасандыр атайым бүләк иткәйне.
Земфир.
Дыуан районы.


Эйе, ысынлап та, еңел машинаны һатҡанда һалымдан “ҡасыу” юлдары бар. Быны өс осраҡта эшләргә мөмкин:
1. Әгәр машинаны һатып алған сумманан кәмерәккә һатһағыҙ. Шулай итеп, кеше үҙенә килем алмаһа, 13 процент һалым түләүҙән азат. Һеҙгә автомобиль бүләк ителгәс, һеҙ уға өс йылдан кәмерәк ваҡыт хужа булһағыҙ, һалым түләргә кәрәк.
2. Әгәр өс йыл буйына еңел машинаның хужаһы булған икәнһегеҙ, уны һатҡан осраҡта һалым түләү талап ителмәй. Хатта декларация тултырыу ҙа кәрәк түгел.
3. Әгәр автомобилегеҙҙе 250 мең һумға йәки унан кәмерәк суммаға һатһағыҙ, һалым талап итмәйәсәктәр, сөнки ошо суммаға тиклем ташлама яһала.
Иҫкәрмә. Еңел машинаға өс йылдан кәмерәк идара итһәгеҙ, һалым декларацияһын тултырырға кәрәк. Был килешеүҙән һуңғы йылдың апрель аҙағына тиклем атҡарылырға тейеш.


Вернуться назад