Ишеттегеҙме әле?06.11.2015
Барыһын да
күреп тора


Фото һәм видеотеркәү комплекстары ОСАГО-һыҙ йөрөгән водителдәргә штраф яҙа башлаясаҡ.
Система Рәсәй Автостраховка союзының берҙәм базаһы менән көйләнә. Һөҙөмтәлә комплекс автогражданка тураһындағы мәғлүмәтте бер нисә секунд эсендә “уҡыясаҡ”. Әле генә һатып алынған полистарға килгәндә, был осраҡтар ҙа күҙ уңында тотолған. Штрафтар автомобиль хужаларына бер-ике аҙна арауыҡ менән ебәреләсәк. Ошо ваҡыт эсендә комплекс бар шик-шөбһәгә нөктә ҡуясаҡ.

1000 һум
урынына — 500!


Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарға 50 процент ташлама биреләсәк. Тик бер шарт менән: тәртип боҙған кеше штрафын ҡарар сыҡҡандан һуң 20 көн эсендә түләһә. Яңы ҡағиҙәләр 2016 йылдың 1 ғин­уарынан ғәмәлгә инә.
Әйткәндәй, эсеп тотолғандар, ауыр юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булғандар, йылына бер тапҡырҙан да күберәк тиҙлекте арттырғаны өсөн йә булмаһа светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп киткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылғандар был ташламанан файҙалана алмай.

Транспорт һалымын бөтөрөргә уйлайҙар...

Дәүләт Думаһында газ менән эшләгән автомобиль хужаларынан һалым түләтмәҫкә тәҡдим итәләр.
Закон проекты транспорт сараларын газ яғыулығына күсереүҙе әүҙемләштереү маҡсатында әҙерләнде. Башланғысты тәҡдим итеүселәрҙең фекеренсә, бындай аҙым һөҙөмтәһендә илебеҙҙә газ һатыу күләме артасаҡ, яғыулыҡ һатып алыуға бюджет сығымы ҡыҫҡарасаҡ, тирә-яҡ мөхиткә зыян да кәмейәсәк.
Әйткәндәй, газ яғыулығын ҡулланыу мәсьәләһе юғары кимәлдә 2004 йылдан уҡ тикшерелә. Төбәктәрҙәге власть органдары тәбиғи газ яҡҡан автомобилдәр өсөн транспорт һалымы ставкаһын түбәнәйтеү тәҡдимен индерҙе. Ләкин субфедераль ҡаҙналағы ҡытлыҡҡа бәйле ставка ҡайһы бер төбәктәрҙә генә кәметелде. Мәҫәлән, Брянск өлкәһендә айырым эшмәкәрлек төрҙәрен тормошҡа ашырған ойошмалар һәм йүнселдәр өсөн ул – 10, Башҡортостанда һәм Сыуаш республикаһында 20 процент күләмендә билдәләнгән. Кемерово өлкәһендә иһә пассажирҙар һәм йөк ташыу менән даими шөғөлләнгән транспорт өсөн ташламалы ставка 100 процент тәшкил итә.


Вернуться назад