Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ!06.11.2015
Ял көндәрендә синоптиктар епшек ҡар яуыуын һәм елдең көсәйеүен фаразлай.

Инспекторҙар был осорҙа айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра — тиҙлекте арттырмағыҙ, дистанция һаҡлағыҙ, ҡапыл туҡтамағыҙ, боролош утын ҡабыҙырға онотмағыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлап сыҡҡанда ла ҡамасауламаҫ. Йәш автомобиль йөрөтөүселәргә иһә белгестәр тайғаҡ юлда үҙеңде нисек тоторға, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында махсус курс үтергә кәңәш итә.
Йәйәүлеләр ҙә уяулығын юғалтмаһын ине. Айырыуса ҡараңғыла иғтибарлы булыу шарт.
Ғөмүмән, тәүге ҡар яуған көндәрҙә йәмәғәт транспортында йөрөү отошлораҡ, тиҙәр. Статис­тика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, “ҡалайсылар көнө” йыш ҡына хатта тәжрибәле автоһәүәҫкәрҙе лә аямай.



Вернуться назад