Яҡшыбаев Роберт Ниғәмәт улы — Баймаҡ автотранспорт предприятиеһы водителе. Ул 30 йыл дауамында ҡала эсендә, ҡала яны, ҡала-ара маршруттарҙа пассажирҙар ташый. Роберт Ниғәмәт улын үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булғаны, пассажирҙар менән уртаҡ тел табып эшләгәне өсөн хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Уның фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. “Башавтотранс” предприятиеһының почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуы, Рәсәй Транспорт министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылыуы ла тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй.
– Эшебеҙ яуаплылыҡ талап итә. Беҙ юлда пассажирҙар именлеген тәьмин итергә, һаҡ булырға тейешбеҙ. Кеше менән эшләй белергә, уртаҡ тел табырға кәрәк. Водитель хеҙмәте еңелдән булмаһа ла, мин үҙ һөнәремде яратам. Яңынан һайлау мөмкинлеге бирелһә лә, мотлаҡ ошо һөнәрҙе һайлар инем, – тип йылмая ул.
.