Өфө егете Ришат Солтанов тураһында “Башҡортостан”дың
28 март һанында яҙғайныҡ. Әңгәмә мәлендә Ришат Ер шарын әйләнеп сығырға хыялланыуы тураһында ла әйткәйне. Хыялы әлегә тормошҡа ашмаһа ла, сәйәхәтсе егет тураһында бағыусылар белеп ҡалып, улар ярҙамында Ришат Ҡытайға юлланған.– Бағыусылар менән килешеп, сәйәхәтте Өфөнән башланыҡ. Маршрут схемаһын төҙөнөк. CFMOTO һәм Motul компаниялары яңы мотоцикл, май әҙерләне. Ойошмалар менән килешеү буйынса, социаль селтәрҙәр һәм төрлө форумдар аша “тимер ат”тың торошон, күргәндәремде теркәп барырға тейеш инем. Был минең өсөн яңылыҡ түгел, сөнки сәхифәләремде былай ҙа “Бәйләнештә” селтәрендә “Изге юл” тип аталған төркөмдә яҡтыртып барам.
Владивосток ҡалаһына тиклем 64 көн барҙым, 17 мең километр ара үттем. Ошо ваҡыт эсендә тәбиғәт ҡомартҡыларын, иҫ киткес тауҙарҙы, йылға-күлдәрҙе күреү, төрлө милләт һәм инаныуҙағы кешеләр менән аралашыу үҙе бер ғүмер кеүек булды. Сәйәхәттә миңә дилер үҙәктәре, байкер клубтары ярҙам итте. Юлдар насар тип ҡурҡытһалар ҙа, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Килешеүгә ярашлы, сәхифәм ошоноң менән тамамланырға тейеш ине, әммә артабан Ҡытайға барырға ҡарар иттем. Шанхай, Сиань ҡалаларында булдым. Яңы мотоциклымды эшләгән заводҡа экскурсияға кереп сыҡтым. Осрашыу бик ҡыҙыҡлы булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ришат. Әйткәндәй, байкер Ҡытайҙа бер йыл йәшәргә ниәтләй.