Өфөлә дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә05.11.2015
Өфөлә дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса ижади конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары һәм айырым авторҙар, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала.
Ярышта 2015 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә һәм һаны менән сикләнмәй. Эштәрҙе 10 ноябргә тиклем ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-72. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында алырға була.


Вернуться назад