Абынһа ла, бирешмәй03.11.2015
Абынһа ла, бирешмәй Радмир бөгөн дә ғәҙәтенсә иртә торҙо. Быҙауҡайҙар ни хәлдә икән? Ҡатыны өҫтәл тирәһен ҡараштырғансы, ихатаһындағы малдарҙы, ҡош-ҡорттарҙы тәрбиәләне. Унан, тамаҡ ялғап алғас, күрше ауылдағы фермаһына юлланды...


Радмир Түбәнге Сереккүл ауылында тыуып үҫә. Йәш сағында зоотехник һөнәрен алған ир үҙен фермерлыҡ өлкәһендә тапҡансы төрлө эштә һынап ҡарай, Себер тарафтарында ла йөрөй. Аҙаҡ тыуған яғына ҡайтып, сусҡа­сылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ихатаһында ҡыҙыл кирбестән матур итеп фер­ма төҙөй. Әммә бер аҙҙан мырҡылдаҡтарын бө­төрә лә һыйыр малына, ҡош-ҡортҡа тотона. Әлбиттә, ауыл хужа­лығы менән шөғөл­ләнеү, фермерлыҡ эше бер ваҡыт­та ла еңел бирелмәй. Бары тәүәккәл­дәр, ҡыйыуҙар, өмөт­ләнгән уңышын ала алмаған хәлдә лә сәмләнеп алға барғандар ғына һәйбәт һө­ҙөм­тәгә өлгәшә. Радмир менән дә шулай була, әм­мә килеп тыуған сетерекле мәсьәләләр уның дәртен һүндерә алмай.
– Районда фермерҙарға иғтибар ҙур, – ти ул. – Эш башлаған һәр кешегә ярҙам итергә әҙер торалар, аҡ­­са­­һын бирәләр. Бизнес-план тө­ҙөшәләр, төрлө про­г­рам­маларҙа әүҙем ҡат­нашыу юлдарын өйрәтәләр.
Быйыл миллион ярым һумдан ашыу грантҡа эйә булған уҙаман йәнә дәрт­ләнеп эшкә тотона. Хужа­лыҡтың емерелеп бөткән иҫке фермаһын алып, бына тигән итеп ремонтлай, кәрәк­ле ҡорамалдарҙы хәстәрләй. Район етәкселеге лә техника һатып алырға, мал һанын ишәйтергә ярҙам итә.
Барыһы ла – етәкселек, ғаиләһе, туғандары – уның ниәтен хуплап, ярҙам ҡулы һуҙып торғас, эше алға бара. Бөгөн 35 баш һауын һыйыры, 70 баш быҙауы бар фермерҙың, уларҙы тағы ла арттырыу хәстәре менән йәшәй. Ҡуртымға алған 293 гектар ерендә мал-тыуарға етерлек ашлыҡ, бесән үҫтерә, артҡанын ауыл халҡына һата.
– Ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәй белергә кәрәк, – ти фермер.






Вернуться назад