Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре һөнәри байрамын ниндәй кәйеф һәм уңыштар менән ҡаршылай? Ғәҙәттә, атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе барлана, алдағы көндәр күҙаллана. Шөкөр, урып йыйыу эштәре тамамланып, иген бураларға һалынды, мал-тыуар ҙа йылы ҡураларға индерелде. Тимәк, өлгәшкән уңыштар хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Шул маҡсатта Краснокама районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Динис БИКОВҠА мөрәжәғәт иттек.— Динис Хәмис улы, һүҙҙе быйылғы урып йыйыу эштәренән башлайыҡ әле. Район хужалыҡ- тары был мөһим кампанияны нисек атҡарҙы, һынатманымы?
— Белеүегеҙсә, игенсенең кәйефе һауа торошона ла бәйле. Үҫтерелгән уңышты йыйып алыу мәлендә ямғыр ныҡ ҡамасауланы. Ярай әле, һуңғараҡ көндәр аяҙытты. Һөҙөмтәлә иген культураларынан ярайһы уҡ яҡшы уңыш йыйып алынды. Мәҫәлән, 25 мең гектар самаһы майҙандан 45,5 мең тонна ашлыҡ һуғылды. Гектар ҡеүәте уртаса 18,3 центнер тәшкил итте.
Форсаттан файҙаланып, юғары уңышы менән һөйөндөргән “Заря” хужалығын (гектарынан 23 центнер), “Агро-Мен” йәмғиәтен (гектар ҡеүәте — 22 центнер) телгә алып үтке килә. Был хужалыҡтарҙың ҡайһы бер баҫыуҙарында уртаса күрһәткестән күберәк тә урып һуғылды.
Шулай уҡ быйыл “Нур”, “Восход”, “Раздолье”, “Кама” хужалыҡтары айырылып торҙо. Ғөмүмән, орлоҡ өсөн дә, мал аҙығына ла етерлек иген үҫтереп ҡыуандырҙылар.
— Әле һеҙ әйтеп үткән һандар артында иң элек хужалыҡтарҙың хеҙмәте тора. Мәҫәлән, механизаторҙарҙы ғына алайыҡ. Моғайын, урып йыйыу барышында, ужым сәскәндә араларында өлгө алырҙайҙары ла булғандыр?
— Әлбиттә. Районыбыҙ механизаторҙары көҙгө ҡыҙыу осорҙа ныҡышмал да, түҙемле лә булыуҙарын йәнә раҫланы. Уларға һауа торошоноң “графигына” ҡулайлашырға тура килә. Бөтөнөһө 40 берәмек комбайн иңләне баҫыуҙарҙы. Улар, һис һүҙһеҙ, үҙ эшенең оҫталары ҡулында булды. Мәҫәлән, “Заря” хужалығынан Юрий Юкчубаев 17 600 центнер ашлыҡ һуҡты. Виктор Ғәзизов унан саҡ ҡына ҡалышты: иҫәбендә — 17 400 центнер. “Раздолье” хужалығынан йәш комбайнсы Илмир Нурлыев 12 мең центнерҙан ашыу игенде бураларға һалды.
Ер кешеһенең мәшәҡәте бөтәме ни?! Механизаторҙар киләһе йыл уңышы хаҡында ла хәстәрлек күрҙе — ҡышҡы культуралар 12 мең гектар майҙанда сәселде. “Мир” хужалығынан Эрик Ильясов мең гектарҙы иңләп сыҡһа, “Надежда”нан Станислав Атнашев һәм “Колос”тан Владимир Сәйфуллин унан аҙ ғына ҡалышты. Ә ер эшкәртеү буйынса алдынғылар иҫәбендә — Михаил Михайлов (“Заря”нан), Альберт Әхмәҙишин (“Раздолье”нан).
— Ҡыш ишек ҡаға. Хужалыҡтар был миҙгелгә нисек әҙерләнде? Билдәләнгән пландарын үтәй алдылармы?
— Һүҙ юҡ, был йүнәлешкә лә етди ҡаранылар. Мал аҙығы мул тупланды, йыл ярымға етерлек. Быға ошо күрһәткес буйынса республикала алдынғы урын биләүебеҙ ҙә дәлил.
— Тимәк, хужалыҡтар мал-тыуарҙы имен-аман ҡышлатасаҡ. Әле төп мәшәҡәттәре ниндәй?
– Әйтеүемсә, һәр ҡайһыһы был осорҙоң мөһимлеген аңлап эш итте. Аҙыҡ мул, фермалар төҙөкләндерелде. Әле малсыларыбыҙ алдында һөт етештереү күләмен кәметмәү бурысы тора.
— Краснокама малсылары һөнәри байрамдарын ниндәй күрһәт- кестәр менән ҡаршылай?
— Һөҙөмтәләр һөйөндөрә. Быйылғы туғыҙ айҙа 1 миллиард 58 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: был былтырғы кимәлдән 27 процентҡа күберәк. Һөт һауып алыу иһә 20 процентҡа артты. Мал һаны былтырғы кимәлдә һаҡланды. Әле һанап үтелгән ыңғай күрһәткестәргә барлыҡ малсылар- ҙың фиҙакәр хеҙмәте менән өлгәшелде. Бигерәк тә “Племзавод-Алға”, “Восход”, “Агрофирма-Маяҡ” һәм “Колос” хужалыҡта- рының берҙәм коллективтарын билдәләге килә.
Ғөмүмән, бәрәкәтле Краснокама ерендә йәшәгән һәм төбәктең йылъяҙмаһына сағыу биттәр өҫтәгән барлыҡ хеҙмәтсәндәргә лә еңел булмаған эштәрендә уңыштар насип булһын.
.