Бына икенсе йыл кәштәләрҙе үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡ-түлек менән тултырыу хаҡында һөйләйбеҙ. Теләк булғанда илде генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға мөмкинлегебеҙ бар. Бының өсөн Рәсәйҙәге сәсеүлектәр майҙаны етерлек. Әммә һуңғы ике тиҫтә йылда булғанын ҡыйратыу, фермаларҙы, ҡураларҙы ботарлау, баҫыуҙарҙы ташлап ҡуйыу әле һаман аяҡҡа тышау булып тора. Мәҫәлән, сәсеүлектәр майҙаны 15 миллион гектарға кәмегән. Ә ун йыл самаһы ташландыҡ ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ булыуы мәғлүм. Ер эшкәртелеп, уңыш биреп, халҡын туйҙырғанда ғына уны байлыҡ сығанағы тип атарға мөмкин. Тап шуға ла Рәсәй агросәнәғәтселәренең сираттағы “Алтын көҙ-2015” күргәҙмәһе, ундағы һөйләшеү, күтәрелгән мәсьәләләр ҙур әһәмиәткә эйә ине. Сарала “Өфө селекция-гибрид үҙәге”, “Саҡмағош һөт заводы”, “Башҡорт бройлеры”, “Өфө иген эшкәртеү заводы”, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы, Өфө районынан “Алексеевка” совхозы, Саҡмағоштан “Базы” ауыл хужалығы етештереү кооперативы кеүек бихисап предприятиелар ҡатнашты. Сит илдәрҙән килгән ризыҡты алмаштырыу йәһәтенән үҙебеҙҙә етештерелгән сыр, күркә ите, ҡаҙ, йәшелсә, емеш-еләк тәҡдим ителгән. Төрлө конкурстарҙа беҙҙең аграрийҙар 287 алтын, 79 – көмөш, 44 бронза миҙал яуланы. Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лә күргәҙмәгә 121 төр продукцияһын ҡуйып, уларҙың барыһы ла миҙалдар, дипломдар алды, “Күргәҙмәнең үҫешенә өлөш индергән өсөн” номинацияһында ойошма үҙе гран-приға лайыҡ булды.
Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында булған үҙәк был юлы аҙыҡ-түлектең яңы төрөн дә тәҡдим иткән. Шуларҙың береһе – “Башҡортостан ынйыһы” тип аталған бал ҡушып яһалған ҡымыҙ эсемлеге. Ғәҙәти ҡымыҙҙы 2 – 6 градус йылылыҡта биш тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай. Шуға ла уны республиканан алыҫ төбәктәрҙә һатыу ауырлыҡ тыуҙыра. Яңы эсемлекте ошо уҡ температурала 15 тәүлеккә тиклем һаҡларға мөмкин. Ул йәнә шифалы булыуы менән айырыла. Мәҫәлән, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, анемиянан, матдәләр алмашыныуы боҙолоуҙан, инфекциялы ауыр сирҙәрҙән дауаланғанда. Тағы ла бал, көнбағыш, кипкән емеш-еләк, инә бал ҡорто, прополис, һитә, һеркә ҡушып етештерелгән 14 төр аҙыҡ-түлегебеҙ күргәҙмәнең йәме булған.
Илеш районынан фермер Фирҙәүес Ялаловтың “Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булыуы – ҡыуаныслы ваҡиға. Уның хужалығы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, республикала иң яҡшыларҙан һанала. Бында юғары уңыш бирә торған иген культураларының орлоғо етештерелә, уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә һатып ала.
Фермер тигәндән, сарала ошо юҫыҡта ике “түңәрәк өҫтәл” эшләгән, етди мәсьәләләр күтәрелгән. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев уларҙың илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙәге өлөшө йылдан-йыл арта барыуын билдәләй.
Ысынлап та, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа фермерҙар, шәхси хужалыҡтар өҫтөнлөк ала. Ошо осорҙа улар илдә үҙҙәрен ҡулынан эш килгән, киләсәге өмөтлө ер кешеләре итеп танытты. Рәсәйҙә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлегенең яртыһынан күберәген фермерҙар, шәхси хужалыҡтар етештерә. Мәҫәлән, республикала 6 мең самаһы фермер ер эшкәртә, иген, мал-тыуар үҫтереү менән шөғөлләнә. Төбәктә һыйыр малының 66, һарыҡ-кәзәләрҙең – 98, йылҡының – 70, умартасылыҡтың – 75, бәрәңгенең – 98, йәшелсәнең 83 проценты улар иҫәбенә тура килә.
Әммә, үкенескә ҡаршы, әле һаман да фермерҙарҙың хеҙмәтен тулыһынса аңларға тырышмайбыҙ. Ауыл өсөн тигән аҡса башлыса эре агрохолдингтар “ҡорһағына” китә. Дәүләт уларҙың 60 – 70 процент сығымын үҙе ҡаплай, ҡаҙна иҫәбенә электр, газ үткәрелә, юл һалына. Баҡтиһәң, аҙаҡ был холдингтар дотацияһыҙ һәм субсидияһыҙ йәшәй алмай. Ә бит Көнбайыш дәүләттәре бөтөнләй икенсе төрлө эш итә.
Мәҫәлән, Германияны ғына алайыҡ. Бында дәүләт һәр фермерҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, уның проблемаларын яҡшы белә. Улар илдең милли байлығы булараҡ ҡабул ителә. Германияла, мәҫәлән, фермер менән дәүләт бер бөтөн булып йәшәй. “Беҙгә дәүләт ярҙам итмәһә, эшләй алмайбыҙ. Ә беҙ үлһәк, иртәгәһенә үк дәүләт тә юҡҡа сығасаҡ”, – тиҙәр улар үҙҙәре был хаҡта. Йәнә бында экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек етештергәнгә өҫтәмә аҡса түләнә.
Фермерҙар өсөн ауыл хужалығы кооперативтары булдырыу ҙа – көнүҙәк мәсьәлә. Һүҙ юҡ, эш бара, ер кешеһе заман ҡаршылыҡтарына ҡарамай алға атлай: сәсә, үҫтерә, йыйып ала. Әммә көс түгеп үҫтерелгәнде һатып, файҙаһын күрәм тиһәң, мең мәшәҡәт тыуа. Шуға ауыл кооперацияһын булдырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Бөгөн унһыҙ ауылдың киләсәге юҡ. Ә бит Европа илдәре ошо йүнәлештә эшләй. Уларҙың бөтә нәмәһе бар: техникаһы ла, элеваторы ла. Ә беҙҙә элеваторҙарҙы шәхси ҡулдарға биреп бөттөләр. Хужалыҡтарға ашлығын киптерергә, һаҡларға кәрәк, тик елгәртеүгә тапшырһаң, яртыһын юғалтаһың.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн фермерҙарға төп эше менән шөғөлләнергә ҡамасаулаған, күңелһеҙ күренештәр бихисап. Тап ошо хаҡта улар йыйында үҙ фекерен еткерҙе. Мәҫәлән, күп ерҙәр рәсмиләштерелмәгән. Махсус документһыҙ фермер дәүләт тарафынан ярҙам да, кредит та ала алмай. Нығынып өлгөрмәгән фермерҙар һалым түләп арманһыҙ була. Ә бит улар ныҡлап аяҡҡа баҫып, ниҙер эшләп сығара башлағас ҡына табыш аласаҡ.
Күргәҙмәлә Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Евгений Громыко: “Башҡортостан башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора. Бында традицион тармаҡты һаҡлап ҡалғандар, яңылары, киләсәге булғандары, уңышлы үҫтерелә”, – тип ҙур баһа биргән, әлбиттә.
Сарала тармаҡты үҫтереүгә етди йоғонто яһарҙай килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Мәҫәлән, “Уралхим” сауҙа йорто менән төҙөлгәне хужалыҡтарҙы ҡатмарлы ашламалар менән тәьмин итеүгә ҡағылһа, икенсеһе “Башҡорт бройлеры” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлегенә бәйле. Был документҡа ярашлы, Әлшәй районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡеүәтен арттырыу күҙаллана.
Әйткәндәй, Башҡортостан ҡош ите етештереү буйынса Рәсәйҙә 12-се урынды биләй. Былтыр тереләй килеш 92 мең тонна ҡош һатылып, күрһәткес 0,8 процентҡа артҡан. Йыл башына барлыҡ төр хужалыҡтарҙа бөтәһе 10 миллион 587 мең баш ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ аҫралған. Шуның 67 проценты – аграр етештереү предприятиеларына, 30-ы – шәхси ярҙамсы, 3-ө фермер хужалыҡтарына тура килә. Шуның иң күп өлөшө тауыҡ – 83 процент. Бөгөн ҡошсолоҡто киңәйтеү буйынса мөмкинлек тулыһынса файҙаланылмай әле. Мәҫәлән, йылына һәр кеше 30 килограмм ҡош ите ашарға тейеш булһа, беҙҙең предприятиелар әлегә 18 килограмм ғына етештерә. Ярай әле һуңғы йылдарҙа Мәләүездә, Әлшәйҙә ҡеүәтле комплекстар эшләй башланы. Юғиһә был һандар тағы ла аҙыраҡ булыр ине. Әлбиттә, тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар киләсәктә һөҙөмтәне күтәрер тип көтөлә.
Шик юҡ: күргәҙмә төрлө тарафтан йыйылған белгестәргә, етәкселәргә яңы, заманса ауыл хужалығы техникаһы, технологиялар менән танышырға мөмкинлек биргән. Хәҙер уларҙың илдең ауыл хужалығын үҫтереүгә өлөш индереүе мөһим. Нимә генә тимә, бар халҡын ризыҡ менән тәьмин иткән, туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө тип иҫәпләй ала.