Мигранттар ихтыяжға ҡарап бүленә03.11.2015
Киләһе йыл сит илдән килгән 3500 кешегә Башҡортостанда ваҡытлыса йәшәү хоҡуғы бирелә. Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 йылға хеҙмәт миграцияһы өлкәһендә квота билдәләү тураһындағы ҡарарында әйтелгән был хаҡта.

Документҡа ярашлы, йәмғеһе 125 900 сит ил гражданына илебеҙҙә ваҡытлыса төпләнергә рөхсәт ителә. Быйыл был һан 151 175 тәшкил иткәйне. Волга буйы федераль округына квотаның дөйөм күләме — 19 500. Рөхсәттәрҙең иң күбе Түбәнге Новгород өлкәһенә эләкте — 4 мең. Һамар өлкәһендә — 3, Һарытауҙа — 2,5, Мордва Республикаһында, Пермь крайында һәм Ульяновск өлкәһендә — 1-әр мең, Татарстанда — 750, Сыуашстанда 150 сит ил гражданы ваҡытлыса йәшәү мөмкинлеген аласаҡ.




Вернуться назад