Орден яугирҙең улына тапшырылды03.11.2015
Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнгән осорҙа Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ батырҙарын эҙләү һәм исемдәрен халыҡҡа танытыу, ваҡытында тапшырылмаған наградаларҙы уларға еткереү эшенә айырым иғтибар бирелә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хәрби комиссариатының Баймаҡ бүлексәһендә Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановты I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү тураһындағы таныҡлыҡ фронтовиктың улы Илдарға тапшырылды.
Бөйөк байрам уңайынан яугирҙе бүләкләү тураһындағы мәғлүмәтте уның ейәне Интернет селтәрендәге “Халыҡ батырлығы” порталынан эҙләп тапҡан. Сайтта кесе лейтенант Ғүмәр Ғилмановты бүләкләү тураһындағы фарман һәм награда ҡағыҙы урынлаштырылған булған. Апрелдә иһә яҡташыбыҙҙың улы Илдар Ғилманов, орденды үҙенә тапшырыуҙы һорап, Рәсәй Президенты Владимир Путинға хат яҙған. Күп тә үтмәй, таныҡлыҡ яугирҙең тыуған яғына ебәрелгән.
— Атайым Земланд ярымутрауындағы һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бүләкләнгән. Гермау ҡасабаһын штурмлағанда ул хәрби расчетты юҡ иткән, совет ғәскәрҙәренең алға табан юлын бүлгән дошман ҡоралын ҡулға төшөргән, — ти Илдар Ғилманов. — Ҡаты яраланғанға күрә атайым часть составынан сыҡҡан һәм орденды ваҡытында ала алмаған. Бик баҫалҡы кеше ине ул, шуға ла юғалған наградаһын эҙләмәгәндер, күрәһең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә ордендың үҙен түгел, ә наградлау тураһындағы документтарҙы ғына тапшырҙылар. Таныҡлыҡты ғаиләбеҙҙә иҫтәлек итеп ҡәҙерләп һаҡлаясаҡбыҙ.







Вернуться назад