Илем ҡаһармандары03.11.2015
Илем ҡаһармандары Баҫыуҙарҙа – трактор тауыштары,
Улар таңды ҡырҙа ҡаршылай.
Икмәк булһа, йыр ҙа була, тиҙәр –
Яландарҙа тыуа йыр шулай.


Уның көнө көтөүҙәрҙән тора:
Хужалыҡтың малы, ялан, ғәм...
Уның сәмле хеҙмәтенә бәйле
Һинең менән минең иртәгәм.

Улар илдең ағы булһын тиеп
Ҡураларға табан ашыға.
Улар хеҙмәтенән дәүләтеңдә
Һығылып та тора буҫаға.

Экрандарҙа улар йыш күренмәй,
Гламур журналдарға төшмәйҙәр,
Улар баҫалҡылыҡ менән яландарҙа
Ал-ял белмәй көн-төн эшләйҙәр.

Ҡаһарманлыҡ тик һуғышта түгел,
Батырлыҡтар көн дә ҡылына.
Күҙ һалығыҙ ауыл кешеһенең
Тамырҙары ҡалҡҡан ҡулына.





Вернуться назад