Дәүләтселекте нығытҡан хеҙмәт03.11.2015
Дәүләтселекте нығытҡан хеҙмәт Вазифаһын үтәй башларҙан алда суд приставтары: «Вәкәләттәремде тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Консти­туцияһын һәм Рәсәй Федерацияһы закондарын үтәргә, суд приставы бурыс­тарын намыҫлы башҡарыуға ант итәм», – тип ант бирә. Ошо ҡыҫҡа ғына, әммә тәрән йөкмәткеле һүҙҙәрҙә суд приставы эшенең асылы сағыла.

1 ноябрҙә Рәсәйҙә Суд приставтары көнө генә түгел, шулай уҡ иле­беҙ­ҙә был институт ойошто­ролоу­ҙың 150 йыллығы ла билдәләнә. Иҫтәлекле дата ай­ҡанлы баш ҡалалағы “Конгресс-холл” бинаһында суд приставтарын тәб­рикләнеләр. Сарала Башҡорт­остан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, бөтөн хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары һәм министрлыҡтары етәк­селәре, ветерандар ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында суд приставтары хеҙмәтенең бөгөн­гө йәмғиәттә тотҡан урынын бил­дәләне.
– Суд приставтары хеҙмәтенең вәкәләттәре киңәйҙе, тимәк, яуап­лылыҡ та артты. Һеҙҙең төп бурыс­тарығыҙҙың береһе – балалыҡты яҡлау, тип әйтеп үттегеҙ. Был беҙҙең уртаҡ йүнәлеш, сөнки түлән­мәгән алименттар, эш хаҡтары, йыйылған бурыстар – барыһы ла тәү сиратта сабыйҙар яҙмышында сағыла. Башҡортостандағы суд приставтары хеҙмәтенең күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә тороуы ғорурлыҡ тойғоһо уята, – тине Рөстәм Зәки улы һәм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
1865 йылдың 19 октябрендә Рәсәйҙә суд приставтарының статусы тулыһынса билдәләнә. Был көндө император Александр II Санкт-Петербург һәм Мәскәү суд палаталарының уставтарын ғәмәлгә индереү сиратын билдәләүсе Положениены раҫлай. Ошо суд палаталары ҡарамағында округ судтары ойошторола, уларға приставтар тәғәйенләнә, судтың айырылғыһыҙ структур подразделениеһы рәүе­шендә махсус институт булдырыла. Революцияға тиклемге суд приставына ярайһы уҡ киң вәкәләттәр бирелә, уның талаптарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ та ҡарала: суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырған суд приставына ҡаршылыҡ күрһәтелһә, ғәйеплеләр барлыҡ хоҡуҡтарынан, мал-мөлкәтенән мәхрүм ителеп, һөргөнгә йәки мәжбүри хәрби хеҙ­мәткә ебәрелгән. Халыҡ Комис­сарҙары Советының 1917 йылдың 24 ноябрендәге декретына ярашлы әүәлге суд системаһы бөтөрөлгәс, приставтар институты ла юҡҡа сыҡҡан.
1997 йылда «Суд приставтары тураһында» һәм «Башҡарыу эштәре тураһында» федераль закондар ҡабул ителгәндән һуң әлеге хеҙмәт тергеҙелә башланы.
Беҙҙең республикала, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эш итә. Ил буйынса иһә был тармаҡта 75 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә, шуларҙың 1,5 меңдән ашыуы Башҡортостан ведомствоһында эшләй. Әле Ишембай ҡалаһында йәшәгән, һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңендә татыған, оҙаҡ йылдар суд башҡарыусыһы вазифаһында Тыу­ған илгә хеҙмәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңъямал Үтәкәева – идаралыҡтың ғорур­лығы.
Законға ярашлы, суд приставта­ры хеҙмәте өс бурысты – федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа суд акттарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарар­ҙа­рын мәжбүри үтәтеүҙе, суд эшмә­кәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеүҙе, ҡайһы бер енәйәттәр буйынса алдан тикшереү үткәреүҙе – тормошҡа ашыра.
Сарала ҡатнашыусыларҙы тәб­рик­ләп, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идара­лығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, суд приставтарының эш күләме йылдан-йыл арта.
– 2005 йылдың ғинуар-сен­тябрендә суд приставтарына 408 меңдән ашыу башҡарыу эше йөкмәтелһә, бөгөн һәр ҡайһыһына айына 200 эш тура килә. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш­ҡортостан идаралығы – бюджеттың килем өлөшөн тулыландырыусы субъект. Быйыл 440 мең кеше файҙаһына 6,5 миллиард һум ҡайтарылған, ҡаҙнаға 2,3 миллиард һум тапшырылған. 9 мең кеше өсөн 209 миллион һумлыҡ эш хаҡы түләттерелгән, – тине ул.
Башҡортостан приставтары суд ҡарарҙарын үтәмәгән Рәсәй граж­дандарының бурысты мәжбүри түлә­теү йәһәтенән сит илдәргә сығыу хоҡуғын сикләүҙе әүҙем ҡул­лана. Быйыл Башҡортостан буйынса территориаль суд пристав­тары бүлектәре тарафынан Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын ваҡытлыса сикләү тураһында 8848 ҡарар сығарылған, шуның 3 меңдән ашыуы алимент түләмәүгә бәйле. Идаралыҡтағы тәүтикшереүселәр енәйәт эштәрен асыу һәм тикшереү буйынса вәкәләттәрен файҙалана. Дөйөм алғанда, 1726 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Суд эшмәкәрлегендә билдә­ләнгән тәртипте тәьмин итеү – суд приставтары хеҙмәтендә мөһим йүнәлеш. Был йәһәттән приставтар суд процесы яҡтарының һәм үҙ хеҙмәтенең именлеге өсөн яуап бирә. Һаҡлау функцияһынан тыш, суд приставтары хөкөмгә тарттырылыусыны, шаһиттарҙы һәм процес­тың башҡа ҡатнашыусыларын – суд ултырыштарына, бурыслыларҙы башҡарыусыға һәм тәүтикше­реүсегә мәжбүри килтерә.
Рәсәйҙең хәҙерге Суд приставтары хеҙмәте – башҡарма властың йылдам үҫеүсе органы. Теге йәки был ғәмәлде мәжбүри үтәтеү органы булараҡ, Суд приставтары хеҙ­мәте суд эшенең һуңғы стадияһын тормошҡа ашыра, был системаны һәм тотош Рәсәй дәүләтселеген нығыта.




Вернуться назад