“Өҫтән төшкән” тип кенә түгел...31.10.2015
Һуңғы йылдарҙағы сәйәси, ижтимағи, иҡтисади үҙгәрештәр тәү сиратта мәғариф тармағын яңыртыу бурысын ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә был өлкәлә байтаҡ эш башҡарылды: белем биреүҙең дәүләт стандарттары, концептуаль документтары, күп вариантлы дәрес пландары, альтернатив әсбаптар төҙөлдө, төрлө типтағы мәктәптәр (лицей, гимназия, колледждар һ.б.) булдырылды, уҡытыуҙың инновацион технологияларын үҙләштереү, мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу кеүек саралар ҡаралды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла фәҡәт тулы комплектлы мәктәптәргә генә ҡағылды, ә бәләкәй ауылдыҡылар элеккесә иғтибарҙан ситтә ҡалды. Өҫтәүенә был уҡыу йорттарын кәметеү йәки бөтөнләй бөтөрөү, һис юғында берләштереү саралары тормошҡа ашырыла башланы. Ә бит “өҫтән төшкән” ҡарарҙар һәр төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып сығарылмай, уларҙы хәл итеү урындағы власть ҡарамағына ҡалдырыла. Тимәк, бындағы етәкселәр үҙгәреш индереүҙә айырыуса һаҡ булырға тейеш.
Белеүебеҙсә, мәктәпте ябыуҙың йәки берләштереүҙең кире эҙемтәләре бихисап. Ә был эште урындағы ҡайһы бер етәкселәрҙең үҙаллы, ата-әсә, йәмәғәтселек менән кәңәшләшмәйенсә башҡарыуы айырыуса хафаға һала. Мәғариф тураһындағы яңы законда бит проблеманы бергәләп хәл итеү мөһимлеге әйтелгән. Башҡорт балаһын урыҫ йә башҡа милләт телендә белем бирелгән мәктәпкә тәғәйенләнеү (йәки киреһенсә), уҡыусыларҙы илтеү өсөн транспорт мәсьәләһен ваҡытында хәл итмәү кеүек илке-һалҡылыҡ осраҡтары ла юҡ түгел. Ә бит Башҡортостанда көслө бурандар, юл өҙөклөктәре – йыш була торған хәл. Бәләкәй мәктәптәрҙе һөҙөмтәһеҙ, перспективаһыҙ тиеүҙәре менән дә риза түгелмен. Күпме шәхес үҫтерә улар!
Рәсәйҙә бәләкәй комплектлы мәктәптәр элек-электән мәғарифтың иң проблемалы өлкәһе булып һаналды. Ауыл интеллигенцияһы вәкилдәренең Бөтә Рәсәй форумында (2011 йыл) Владимир Путин былай тине: “Бындай уҡыу йорттарына ҡағылған мәсьәләләрҙе бергәләп һәм дөрөҫ хәл итергә тейешбеҙ. Кәрәкле урында уларҙы мотлаҡ һаҡларға бурыслыбыҙ. Бала үҙе йәшәгән ауылда йә ҡасабала белем алырға хоҡуҡлы. Шуны айырып билдәләргә кәрәк: был уҡыусыларҙың белемде яңыртылған шарттарҙа һәм тейешле кимәлдә алыуы мөһим”.
Ошо уҡ йылда Барнаулда уҙғарылған Себер федераль округы йәмәғәтселеге менән осрашыуҙа иһә Дмитрий Медведев асыҡтан-асыҡ: “Рәсәйҙә бәләкәй комплектлы мәктәптәр һаҡланасаҡ, – тип белдерҙе. – Мин бер ваҡытта ла уларҙы ябыу яғында булманым. Ауылда мәктәп булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бар икән, төйәк тә йәшәй”.
ЮНЕСКО-ның Мәскәүҙәге бюроһы директоры Дендев Бадарчтың һүҙҙәрен дә килтерәйек: “Беҙҙең ойошма телдәрҙе һаҡлауға ҙур булышлыҡ ҡыла. Уның бөтөүе – барлыҡ кешелек өсөн ҡайтарып алғыһыҙ юғалтыу. Ни өсөн тигәндә, тел – аралашыу сараһы ғына түгел, ә йәмғиәттәге урынды, милли үҙаңды билдәләүҙең төп нигеҙе”.
Һәр яҡлап алға киткән мәҙәниәтле, юғары технологиялы быуатта бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙең һөҙөмтәле эшләүенә шикләнеү, минеңсә, урынһыҙ. Уларҙы йәмғиәттең артта һөйрәлгән, кәрәкһеҙ, мәшәҡәт арттырған өлөшө түгел, ә тулы хоҡуҡлы шәхес үҫтергән, ауылдың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән мөһим урын итеп иҫәпләргә кәрәк.
Земфира СӘХИПОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Мәскәү ҡалаһы.