Беҙҙә мәктәп урмансылығы эшләй. Уның ағзалары тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән тоғро хеҙмәт күрһәтә.Күптән түгел Көньяҡ Үҙән урмансылығы эшсәндәре менән бергә Килдеғол ауылына ҡараған Бүреҡырған йәйләүе биләмәһенә ағас ултырттыҡ. Лесничий Ильяс ағай беҙгә үҫентеләрҙе питомникта нисек тәрбиәләү хаҡында һөйләне, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға өндәне.
Дәррәү тотонғас, эшебеҙ ҙә ыраны. Беҙ ултыртҡан ағастар киләсәктә мөһабәт ҡарағайҙарға әүерелеп, тирә-йүнгә, кешеләргә файҙа килтерер тигән ышаныстабыҙ.
Гөлиә
АЙЫТБАЕВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.