Ялған хоҡуҡ һаҡсыһы31.10.2015
Өфөлә полиция хеҙмәткәре бер нисә йыл дауамында ялған диплом буйынса эшләгән. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Ленин районы прокуратураһы уға ҡарата ғәйепләү хөкөмөн раҫланы.

Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡараған­да, тәртип һаҡсыһы хоҡуҡ буйынса уҡымаған, дипломын иһә һатып ал­ған. 2011 йылда милиция хеҙмәткәр­ҙәрен аттестациялау барышында ул Эске эштәр министрлығының кадр­ҙар бүле­генә ялған документ тап­шыр­ған. Күп тә үтмәй уны бүлек на­чальнигы урынба­ҫары вазифа­һы­на тәҡдим иткәндәр.
Министрлыҡтың Шәхси именлек идара­лығы диплом­дың ялған булыуын асыҡ­лаған. 2014 йылда хеҙмәт­кәр хоҡуҡ һаҡлау органдары са­фы­нан сығарыл­ған. Әле ул ғәйе­бен тулыһынса таныған.






Вернуться назад